12:37 (UTC+5), 15 Март 2010

Өфөнөң «Информреклама» нәшриәте “Бәләкәй Ватан” бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе булды

Любовь Колоколова
Өфөнөң «Информреклама» нәшриәте төбәк һәм тыуған яҡты өйрәнеү буйынса «Бәләкәй Ватан» VI Бөтә Рәсәй конкурсының «Рәсәй буйлап сәйәхәт» номинацияһында еңеүсе тип табылған. Конкурсҡа 2009 йылда нәшер ителгән «Красноусольск: курорт, дарующий здоровье» төҫлө һүрәтле фотоальбомы ебәрелгәйне. «Информреклама» нәшриәте директоры Хәмит Алпаровҡа конкурста еңеү уңайынан иҫтәлекле билдә тапшырылған.
«Бәләкәй Ватан» конкурсы Нәшриәт һәм киң коммуникациялар буйынса федераль хеҙмәт агентлығы менән ойошторолған. Ул тыуған яҡты өйрәнеү өлкәһендәге иң ҡыҙыҡлы тикшеренеүҙәрҙе һәм ижади эштәрҙе, шулай уҡ Рәсәйҙең төбәк нәшриәттәренә ярҙам итеү маҡсатында 2005 йылдан башлап үткәрелә. Быйыл конкурсҡа Рәсәйҙең 175 ҡалаһының 200-ҙән ашыу нәшриәтенән 500 баҫма ебәрелгән. Эштәр «Тыуған яғым», «Тыуған ил образы», «Мауыҡтырғыс тыуған яҡты өйрәнеү дәресе», «Тыуған яғым кешеләре», «Сәнәғәт, фән, технологиялар» һәм «Рәсәй буйлап сәйәхәт» кеүек алты номинацияла ҡаралған. Һуңғы номинацияла китаптар, юл белешмәләре, карта, атлас, туристар йәлеп итеү маҡсатында Рәсәй төбәктәрен, шифаханаларын, ҡурсаулыҡтарын пропагандалаусы белешмәләр тәҡдим ителгән. «Информреклама» нәшриәте менән бергә «Исторический путеводитель» серияһы өсөн Мәскәүҙең «Вече» нәшриәте һәм «Якутия удивительная и загадочная» китабы өсөн яҡуттарҙың «Бичик» нәшриәте билдәләнгән.
Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы “Рәсәй китаптары” XIII Милли китап күргәҙмә-йәрминкәһе барған Бөтә Рәсәй күргәҙмә үҙәгендә үткән. Нәшриәт һәм киң коммуникациялар буйынса федераль хеҙмәт агентлығы стендында конкурстың баһалама ағзаларынан юғары баһа алған баҫмаларҙы, шул иҫәптән «Красноусольск» шифаханаһы хаҡындағы фотоальбомды ла күрергә мөмкин ине.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика