Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79
0
90.01
0
74.23
+4.87
19+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
12 Март 2010, 16:23
Башҡортостан Республикаһында тимер юл иң күп һалым түләүсе булып ҡала
Ағымдағы йылдың ғинуар-февраль айҙарында Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе урындағы бюджетҡа 111 миллион һумдан ашыу аҡса күсергән. Уҙған йылдың ошондай уҡ осоро менән сағыштырғанда был 44 процентҡа күберәк, тип хәбәр итә Куйбышев тимер юлының йәмәғәтселек менән бәйләнеш хеҙмәте.
Башҡортостан Республикаһында тимер юл иң күп һалым түләүсе иҫәпләнә. Республика ҡаҙнаһына күсерелгән һалымдарҙың артыуы, тәү сиратта, илебеҙ иҡтисадының йәнләнә башлауы һәм ошо ыңғай процестың һөҙөмтәһе булараҡ – йөк ташыуҙарҙың артыуы менән аңлатыла. Тимер юл хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы ла өҫтәлгән, тимәк, һалым һәм социаль түләүҙәр ҙә артҡан.
Әйтергә кәрәк, Куйбышев тимер юлының һалымға бүленгән суммалары республика һәм өлкә бюджеттарына тулы күләмдә һәм тотҡарлыҡһыҙ күсерелә. Йыл башынан алып 427 миллион һум күсерелгән.
Автор:
Любовь Колоколова
Теги:
транспорт
тимер юл
һалым
Читайте нас: