10:38 (UTC+5), 11 Марта 2010

Рәсәйгә балалар өсөн тауарҙар етештереүсе үҙ предприятиеһы кәрәк

Любовь Колоколова
Рәсәйҙә балалар тауарҙары, уйынсыҡтар һәм сувенирҙар етештереүгә ярҙам күрһәтеләсәк. Был тауарҙар айырым категорияға бүленәсәк, ә уларҙы етештереүселәр һалым льготалары аласаҡ, шулай уҡ кредиттар һәм лизинг договорҙары буйынса проценттар түләү менән бәйле сығымдарының бер өлөшө субсидияланасаҡ.
РФ Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2010-2012 йылдарға иҫәпләнгән “Сәнәғәт тармаҡтарында һәм сауҙала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү” ведомство маҡсатлы программаһы сиктәрендә балалар уйынсыҡтары һәм балалар өсөн тауарҙар етештереүгә айырым урын биреләсәк. Уларҙы сығарыуға илдең бәләкәй һәм урта предприятиелары йәлеп ителәсәк.
РФ Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының сәнәғәт тармаҡтарында һәм сауҙала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса эшсе төркөм ағзаһы, Балалар тауарҙары индустрияһы ассоциацияһы президенты Антонина Цицулинаның һүҙҙәренә ҡарағанда, ватан уйынсыҡтар етештереүселәре был тауарҙар баҙарының ни бары 21,4 процентын биләй. Рәсми импорт 30,7 процент тәшкил итә, ҡалған 47,9 проценты — күләгәләге производство йәки Рәсәй терримторияһына башлыса ҠХР-ҙан һәм Төркиәнән законһыҙ индерелгән тауарҙар.
— Рәсәй уйынсыҡ индустрияһын үҫтереү талап ителә, — тип иҫәпләй Антонина Цицулина. — Совет заманынан алып беҙҙә туптар һәм неваляшкалар сығарған ике дәүләт предприятиеһы һаҡланған. Төбәктәрҙә ваҡ предприятиелар бар, шулай уҡ балаларҙың аң кимәлен үҫтереүсе электрон уйындар һәм балалар электромобилдәре етештерерлектәре лә бар.
Тағы бер проблема: хәҙер балалар өсөн күп кенә тауарҙарға өҫтәмә ҡиммәткә 10 процент ставкаһы буйынса һалым һалынмай. Күп етештереүселәр 18 процент күләмендә НДС түләргә мәжбүр. Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы ҡабул иткән программа был ғәҙелһеҙлекте бөтөрөүҙе лә ҡарай.
Әйтергә кәрәк, Башҡортостанда БР Һөнәрселек палатаһы сувенир изделиелары сығарыуға ҙур иғтибар бирә. Уның составына балалар өсөн төрлө продукция әҙерләү менән мәшғүл бәләкәй предприятиелар ҙа инә. Мәҫәлән, «Балалар университеты» белем биреү үҙәге, уның сиктәрендә «Башҡорт сувениры» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшләп килә. Бында йомшаҡ уйынсыҡтар, милли сувенирҙар, ҡурсаҡтар, карнавал һәм башҡорт кейемдәре етештереү юлға һалынған. Уларҙы һатыу өсөн Өфөлә бер нисә нөктә асылған.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика