10:10 (UTC+5), 11 Марта 2010

«Иммунопрепарат» миҙгел киҙеүенә ҡаршы вакцина етештерә башланы

Гүзәл Йосопова | фото: Николай Марочкин
«Микроген» фәнни-тикшеренеү берекмәһе» федераль дәүләт унитар предприятиеһының филиалы «Иммунопрепарат» 2010-2011 йылдарҙағы эпидемия миҙгелендә киҙеүҙән һаҡланыу өсөн вакцина етештерә башланы. 10 мартта киҙеүгә ҡаршы профилактик сараны ҙур күләмдә сығарыу өсөн вируслы концентраттың тәүге партияһы (400 мл) ҡабул ителгән.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы тәҡдиме буйынса, “сусҡа” киҙеүе исеме аҫтында билдәле булған A/H1N1(Калифорния) штамы миҙгел вакцинаһы составына индерелгән. 26 февралдә Өфө предприятиеһына иммунобиологик препарат етештереү өсөн тәүге 130 мең тауыҡ эмбрионы килтерелгән.
Предприятиела пандемик вирусҡа ҡаршы «Пандефлю» субберәмекле адсорбцияланған моновакцинаһын етештереү тамамланды. Сифат департаментында препараттың һуңғы серияһына контроль үтте. Шул көндә үк дәүләт заказы буйынса 50 меңгә яҡын «Пандефлю» ҡабы Ульяновск, Ырымбур, Өфө, Һамар, Саранск ҡалаларының дуалау учреждениеларына ебәрелде.
Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығының дәүләт заказы буйынса «Микроген» холдингының Башҡортостан филиалы пандемия вакцинаһының 7,6 миллионға яҡын дозаһын етештергән.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика