14:59 (UTC+5), 10 Марта 2010

«Төҙөлөш. Коммуналь хужалыҡ. Энергияны һаҡлау-2010» күргәҙмәһе асылды

Рәсүл Хәмиҙуллин
Бөгөн Өфөнөң Нефтселәр мәҙәниәт һарайында «Төҙөлөш. Коммуналь хужалыҡ. Энергияны һаҡлау – 2010» XVI махсус күргәҙмәһе асылды. Өс көн буйына унда төҙөлөш, ҡала хужалығы һәм энергетика өлкәһендәге иң яҡшы ҡаҙаныштар менән танышырға мөмкин.
Күргәҙмәлә Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан 50-нән ашыу предприятие ҡатнаша. Улар араһында Башҡортостан биләмәһендә эшләүсе компаниялар байтаҡ. Экспоненттарҙа сәнәғәт һәм көнкүреш тәғәйенләнешендәге электротехник һәм йылытыу-техник ҡорамалдары, күҙәтеү һәм иҫәпкә алыу өсөн электр үлсәү приборҙары, коммуналь-төҙөлөш техникаһы һәм башҡалар ҡуйылған.
Күргәҙмәне асыу тантанаһында БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ғиман Әсәҙуллин ҡатнашты.
— Йыл һайын Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан махсус күргәҙмә үткәреү изге традицияға әйләнде, ул төҙөлөш, коммуналь хужалыҡ һәм энергияны һаҡлау өлкәләрендә өр-яңы технологияларҙы күрһәтеү өсөн мөһим майҙансыҡ булып тора, — тине Ғиман Әсәҙуллин. – Күргәҙмә географияһы йылдан-йыл киңәйеүе, республикабыҙҙан ҡатнашыусылар һаны артыуы ла ҡыуаныслы күренеш.
Һис шикһеҙ, «Төҙөлөш. Коммуналь хужалыҡ. Энергияны һаҡлау – 2010» күргәҙмәһе етештереүселәргә һәм ҡулланыусыларға яңы бизнес-партнерҙар табыу, ә потенциаль инвесторҙарға Башҡортостан баҙарында яҡшыраҡ йүнәлеш алыу мөмкинлеге бирәсәк.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика