12:49 (UTC+5), 10 Марта 2010

Өфө – сауҙа майҙандары иҫәбе буйынса Рәсәйҙә икенсе урында

Эльвира Латипова
Миллионлы халҡы булған ҡалалар араһында сауҙа майҙандары менән тәьмин ителеше буйынса Өфө Екатеринбургтан һуң икенсе урында тора – бер мең кешегә 850 квадрат метр. Сағыштырыу өсөн: бер мең мәскәүлегә 735 “квадрат” тура килһә, Петербург халҡына – 760, Ҡазан халҡына – 710.
Иҡтисадтағы көрсөк күренештәренә ҡарамаҫтан, 2009 йылда Өфөлә бөтәһе бергә 105 мең квадрат метрлыҡ 188 сауҙа объекты төҙөлгән һәм сафҡа индерелгән. Төҙөлөшкә һалынған капитал 1,9 миллиард һум тәшкил иткән. Яңы сауҙа майҙандарын файҙаланыуға тапшырғандан һуң 3058 яңы эш урыны барлыҡҡа килгән.
Бөгөн Өфөлә үткән матбуғат конференцияһында Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Марат Ғәлиуллиндың әйтеүенсә, 2008 йыл менән сағыштырғанда был секторҙы инвестициялау ике тапҡырға кәмегән.
Әлеге ваҡытта Өфө ҡулланыусылар баҙары инфраструктураһы иҫәбендә 2920 стационар сауҙа предприятиеһы, 1259 ваҡлап һатыу итеүсе сауҙа объекты һәм 97,6 мең урынға иҫәпләнгән 1217 йәмәғәт туҡланыу предприятиеһы бар.
Баш ҡала хакимиәте мәғлүмәте буйынса, әле Өфөлә 34 эре сауҙа объекты төҙөлә. Уларҙың дөйөм майҙаны 914 мең квадрат метрға тиң.
2009 йылда республиканың баш ҡалаһында эконом класындағы «Байрам», «Полушка», «Магнит» сауҙа селтәрҙәренең 18 магазины, өйгә яҡын урынлашҡан 100-ҙән ашыу магазин асылған. Күмәртәләп сауҙа итеү форматында эшләгән сауҙа комплекстары ҙур популярлыҡ менән ҡуллана. 2009 йылда дөйөм майҙаны бөтәһе бергә 24 мең квадрат метр тәшкил иткән бындай 14 сауҙа комплексы асылған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика