12:27 (UTC+5), 10 Марта 2010

Өфөлә ваҡлап һатыу сауҙа әйләнеше йылына – 280 миллиард һум

Эльвира Латипова
2009 йылда Өфөлә ваҡлап һатыу сауҙа әйләнеше 280 миллиард һум тәшкил иткән. 2008 йыл менән сағыштырғанда был 2,2 процентҡа аҙераҡ. Йәмәғәт туҡланыуынан сауҙа әйләнеше 10,4 миллиард һум кимәлендә (10,9 процент). Дөйөм республика тауар әйләнешендә Өфөнөң өлөшө 61 процент тәшкил итә.
Бөгөн Өфөлә үткән матбуғат конференцияһында Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Марат Ғәлиуллиндың билдәләүенсә, уҙған йылдағы макроиҡтисади ауырлыҡтар халыҡтың ысынбарлыҡта булған аҡсаһының кәмеүенә һәм ҡулланыусылар һорауының күпкә ҡыҫҡарыуына килтергән. Ошоноң менән аңлатыла ла инде тауар әйләнешенең кәмеүе.
Ҡулланыусылар кәрзиненә ингән 25 төрлө тауарға хаҡтар уҙған йылда тотороҡло һаҡланған.
Мэр урынбаҫары әйтеүенсә, республика тауар етештереүселәре менән күмәртәләп сауҙа итеүселәр көрсөк шарттарында үҙ-ара килешеп эшләгән, шуның арҡаһында ҡаланың ваҡлап сауҙа итеү селтәрендә урындағы предприятиелар продукцияһы мул тәҡдим ителгән. Республикала етештерелгән тауар өлөшө аҙыҡ-түлек менән ваҡлап сауҙа итеү баҙарында 80 процентҡа еткән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика