11:27 (UTC+5), 10 Марта 2010

Өфө аэропортында курорт йүнәлешендә рейстар иҫәбе арта

Любовь Колокова
"Өфө" халыҡ-ара аэропортында курорт йүнәлешендә рейстар йышлығы артҡан: республика халҡы отпуск миҙгелен асҡан. Март башынан популяр Өфө - Мысыр йүнәлешендә өҫтәмә чартер рейстары индерелгән.
“Өфө” халыҡ-ара аэропорты" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 5 марттан «Московия» авиакомпанияһы аҙнаһына ике тапҡыр «Өфө — Шарм-эль-Шейх» рейсын башҡара башланы. «Өфө» аэропортынан Боинг-737-800 шишәмбе һәм йома көндәрҙә урындағы ваҡыт менән 7.40-та оса.
7 мартта Мысырҙың популяр ҡалаһы Хургадаға чартер рейсын «АйФлай» компанияһы асты, ул унда Боинг-757-200 самолетында аҙнаһына ике тапҡыр (шаршамбы һәм йәкшәмбелә) осорға планлаштыра.
17 марттан «RedWings» авиакомпанияһы ла Өфө - Хургада йүнәлешендә аҙнаһына ике тапҡыр – шаршамбы һәм шәмбе көндәрҙә осорға ниәтләй. Рейстар Ту-204 самолетында башҡарыласаҡ.
Бынан тыш, «Ырымбур авиалиниялары» авиакомпанияһы Ҡыҙыл диңгеҙҙәге туристик үҙәккә аҙнаһына ике-өс тапҡыр чартер рейстарын башҡарыуҙы дауам итә. Ә 27 марттан «Ырымбур авиалиниялары» самолеттары Берләшкән Ғәрәп әмираттарының иң гүзәл ҡалаһы – Дубаиға осасаҡ.
Һәм был башы ғына! 28 мартта старт аласаҡ «Йәй-2010» миҙгелендә Төркиәнең Урта диңгеҙ ярында урынлашҡан киң билдәле курорты – Антальяға чартер рейстары индерелә.
Йәйге ялдың ҡыҙған мәлендә халыҡ-ара рейстар көнөнә дүрт-бишкә еткереләсәк. Рейстарҙы эре авиакомпаниялар - "Ырымбур авиалиниялары", "RedWings", "ДонАвиа", "Московия", «ЮТэйр», «Төрөк авиалиниялары», «Узбекистон Хаво Йуллари", «Армавиа» башҡарасаҡ.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика