17:14 (UTC+5), 09 Март 2010

Юрий Порошин: БР Президенты Мөрәжәғәтнамәһе сәнәғәт үҫешенә этәргес бирәсәк

Рәсүл Хәмиҙуллин
— Башҡортостан Республикаһы Президентының “Башҡортостанды артабан модернизациялау: ХХI быуатта именлеккә һәм сәскә атыуға илтеүсе юл” Мөрәжәғәтнамәһендә сәнәғәт өсөн әһәмиәтле бер нисә урын бар. Иң элек, әлбиттә, көрсөккә ҡаршы сараларҙың һөҙөмтәлелеге. Башҡортостан етәкселегенең кредитлау менән ярҙам итеүе Өфө агрегат производство берекмәһенең етештереү күләмен аҫҡа тәгәрәүҙән һаҡлап ҡалырға ғына түгел, хатта 2008 йыл менән сағыштырғанда быны күпкә арттырырға ла булышлыҡ итте, - тине БР Президенты Мортаза Рәхимовтың Мөрәжәғәтнамәһен комментарийлап, “Өфө агрегат производство берекмәһе” федераль дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры Юрий Порошин. – Икенсе мөһим нәмә – система булдырыусы предприятиеларҙы модернизациялау. Республикала сәнәғәт тармаҡтарының күбеһендә яңы ҡеүәттәр булдырылыуы, эре инвестицион проекттарҙың ғәмәлгә ашырылыуы, фәнни-техник потенциалдың нығыныуы ҡыуандыра.
ӨАПБ үҫешә, — тип өҫтәне Юрий Порошин. – Беҙҙә, берекмәлә, төп технологик компетенциялар үҙәген төҙөү буйынса программалар әҙерләнде. Был мөһим йүнәлештәр буйынса эштәрҙе көсәйтеүебеҙҙе, юғары технологиялар ҡулланыуға иғтибар биреүебеҙҙе аңлата. Авиация техникаһы өсөн электр агрегаттарын эшкәртеү, етештереү һәм техник хеҙмәтләндереү – шундай йүнәлештәрҙең береһе. Был программа Өфө агрегат производство берекмәһенә донъяуи кимәлгә сығырға ярҙам итер, тип ышанабыҙ.
- БР Президенты Мөрәжәғәтнамәһе сәнәғәттең артабанғы үҫешенә этәргес бирергә тейеш, ә беҙ дөйөм эшкә өлөшөбөҙҙө индереү өсөн барыһын да эшләргә әҙер, - тип белдерҙе ӨАПБ генераль директоры.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика