12:30 (UTC+5), 09 Марта 2010

Социаль-мәҙәни объекттар төҙөлөшөндә 4,5 миллиард һум үҙләштерелгән

Башҡортостанда 2009 йылда социаль-мәҙәни тәғәйенләнештәге объекттар төҙөүҙә һәм реконструкциялауҙа дүрт миллиард 472 миллион һум аҡса үҙләштерелгән. Был республика адреслы инвестиция программаһын финанслауҙың бөтә сығанаҡтары ресурстары. Сағыштырыу өсөн: күрше өлкәләрҙә был һан бер-өс миллиард һум кимәлендә тирбәлә.
Мәҫәлән, мәғариф объекттарында ике миллиард 76 миллион һум үҙләштерелгән. Был средстволарға 22 167 уҡыусыға 25 мәктәп төҙөлгән һәм реконструкцияланған. Мәҙәниәт объекттарында 533 миллион һум үҙләштерелгән – 1 317 урынлыҡ ете ауыл мәҙәниәт йорто һәм клубы төҙөлгән һәм реконструкцияланған. Һаулыҡ һаҡлау объекттары: 1,4 миллиард һум самаһы, 200 кеше ҡабул итеүгә поликлиника бүлексәләре менән 300 койка-урынлыҡ һигеҙ дауахана корпусы. Спорт тәғәйенләнешендәге объекттар: 418 миллион һум, ике физкультура-сәләмәтләндереү комплексы, бер спорт-сәләмәтләндереү комплексы, 300 урынлыҡ бер ябыҡ һырғалаҡ. Социаль тәьминәт объекттары: 71 миллион һум, өлкән йәштәге кешеләр өсөн интернаттарҙа 100 койка-урынлыҡ ике йоҡо корпусы.
Дөйөм алғанда, 2009 йылда республика биләмәһендә социаль-мәҙәни һәм производство тәғәйенләнешендәге 50-нән ашыу капиталь төҙөлөш объекты әҙерләнде һәм файҙаланыуға тапшырылды.
БР төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Рауил Ибәтуллин фекеренсә, төҙөүселәргә, иң мөһиме, сифат өҫтөндә эшләргә кәрәк. Төҙөлөш ашығыс шарттарҙа алып барылған (ә был йыш ҡына шулай тура килә) шарттарҙа сифат аҡһай.
— Мәҫәлән, Йәнтеш ауылы мәктәбендә уҡыу процесы ярты йылдан ашыу бара инде, ә етешһеҙлектәр әле булһа бөтөрөлмәгән, — ти министрлыҡ башлығы. – Бындай күренештәргә ҡаршы көрәшергә кәрәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика