17:43 (UTC+5), 09 Марта 2010

Башҡортостанда диоксин менән бысраныуға тикшереүҙәр Стокгольм конвенцияһына ярашлы башҡарыла

Эльвира Латипова
Башҡортостан Республикаһы –Рәсәй Федерацияһы төбәктәре араһында тотороҡло органик бысраныу тураһындағы Стокгольм конвенцияһына ярашлы диоксин менән бысраныуға тулы масштаблы тикшереүҙәр үткәргән беренсе төбәк.
Бындай тикшереүҙәрҙе «Башҡорт республика фәнни-тикшеренеү экология үҙәге» дәүләт учреждениеһы ғалимдары алып бара.
Башҡорт ғалимдары проекттары хәҙер республиканан ситтә лә ғәмәлгә ашырыла. Чечен Республикаһы Хөкүмәте тотороҡло органик бысраныуҙар, диоксиндар һәм полихлорбифенилдарҙы мониторлау буйынса берҙәм эш итеүҙәре өсөн башҡорт тикшеренеүселәренә тәрән хөрмәтен белдерҙе. БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министры Юрий Пустовгаров исеменә Чечен Республикаһы Хөкүмәте Рәйесенең беренсе урынбаҫары Хәлид Вайхановтан рәхмәт хаты килде.
БР Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, тәбиғәтте һаҡлау проектын тормошҡа ашырыу барышында төбәктең экология торошон билдәләүсе уникаль мәғлүмәттәр тупланған. Чечен Республикаһы – Рәсәй Федерацияһы төбәктәре араһында тотороҡло органик бысраныу тураһындағы Стокгольм конвенцияһына ярашлы диоксин менән бысраныуға тулы масштаблы тикшереүҙәр үткәргән икенсе төбәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика