06:44 (UTC+5), 09 Марта 2010

Башҡортостанға сит илдән меңгә яҡын баш итле мал һатып алынасаҡ

Эльвира Латипова
Башҡортостанда тоҡомсолоҡ хужалыҡтарына ярайһы уҡ дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Һуңғы ваҡытта итселек йүнәлешенә ҙур иғтибар бирелә. БР Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл республикаға бер мең башҡа яҡын итле тоҡом малы килтерергә планлаштырыла.
2009 йылда Башҡортостан хужалыҡтары сит ил селекцияһы герефорд һәм лимузин тоҡомло 1569 баш мал һатып алды. Тоҡомло мал Дыуан, Ейәнсура, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Миәкә, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Федоровка һәм Саҡмағош райондарына килтерелде.
— Фәнни-методик һәм консультатив ярҙам күрһәтеү өсөн хужалыҡтарға уҡыу йорттары һәм тоҡомсолоҡ предприятиелары белгестәре беркетелгән, — ти БР ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Николай Коваленко. – Һуңғы маҡсат – 2011 йылда австралия селекцияһы герефорд итле тоҡомло һыйыр малы үрсетеү буйынса тоҡомсолоҡ хужалыҡтары ойоштороу.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика