12:49 (UTC+5), 04 Марта 2010

«Үҙ йортом» программаһы баш ҡала яны сигенән сыға

Эльвира Латипова
Башҡортостанда “2007-2010 йылдарға иҫәпләнгән “Үҙ йортом” аҙ ҡатлы торлаҡ тоҙөлөшөн үҫтереү" республика маҡсатлы программаһын ғәмәлгә ашырыу дауам итә. Быйылғы йылда яңы майҙандар үҙләштерелә. Программа Өфө ҡалаһы яны сиктәренән сыға.
— Әлеге көндә республиканың һигеҙ ҡалаһы “Үҙ йортом” программаһында ҡатнашыуға заявка биргән, — ти БР Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Рауил Ибәтуллин. – Аҙ ҡатлы йорттар төҙөләсәк урындарҙағы инженер инфраструктураһына аҡса бүленгән.
Атап әйткәндә, Туймазы, Бөрө һәм Сибай ҡалалары Өфөнөң күләмле шәхси йорттар төҙөлөшө тәжрибәһен үҙләштерергә йыйына.
Өфө эргәһендә лә яңы майҙандар үҙләштереләсәк. Йоматау, Зубово һәм Мармылево янында төҙөлөш йәйелдереләсәк. Шамонино, Жуково һәм Дорогинола башланған эштәр дауам ителә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй күләмендәге был уникаль программа республика халҡын осһоҙ һәм сифатлы торлаҡ менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Бер квадрат метрға билдәләнгән хаҡтар 10 меңдән 14 мең һумға тиклем. “Аҙ ҡатлы йорттар төҙөлөшө идаралығы” ДУП-ы менән берлектә подряд ойошмалары 15 төрлө эшләнештә 54, 72 һәм 90 квадрат метрлыҡ йорттар тәҡдим итә. Инженер инфраструктураһы бюджет ресурстары иҫәбенә төҙөлә. Йорт хаҡының бер өлөшөн тәҡдим ителгән ташламалы кредит алып ҡапларға мөмкин. Ул йылына һигеҙ процент менән биш йылға бирелә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика