12:16 (UTC+5), 04 Марта 2010

Өфө районында яңы төҙөлөш материалдары производствоһы сафҡа индерелә

Эльвира Латипова
Быйылғы йылда Башҡортостандың Өфө районында төҙөлөш материалдары етештереүсе яңы ике ҙур производство ойошторола. Был турала БР Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрлығы коллегияһы ултырышында ведомство башлығы Рауил Ибәтуллин хәбәр итте.
«Главбашстрой» асыҡ акционерҙар йәмғиәте йылылыҡ һаҡлаусы материал – газ силикатынан стена изделиелары етештереүсе заманса производствоны сафҡа индерә. Уның ҡеүәте - йылына 230 мең продукция. Эквивалентта 100 миллион дана шартлы кирбескә тиң. «Үҙ йортом» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең производство ҡеүәттәре пенополистироль йылытыу ҡатламы булған ағас йыйылма панелдәрҙән эконом-класындағы аҙ ҡатлы торлаҡ йорттар төҙөргә мөмкинлек бирә. Йылына компания 400 мең квадрат метрға яҡын торлаҡ биналыҡ материалдар етештерәсәк. Шул уҡ мәлдә, Ибәтуллин әйтеүенсә, йыйылма панелдәрҙе торлаҡ йорттар өсөн генә түгел, балалар баҡсаһы, мәктәп, фельдшер-акушер пункты кеүек социаль объекттар төҙөлөшөндә лә ҡулланырға мөмкин буласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика