06:18 (UTC+5), 04 Марта 2010

Башҡортостандың дүрт эшҡыуары Мәскәүҙә миҙалдар алды

Любовь Колоколова
Башҡортостандан дүрт эшҡыуар ҡатын был көндәрҙә Мәскәүҙә барған XIII "Ҡатын-ҡыҙ — йыл директоры" бөтә Рәсәй конкурсының федераль этабында еңеү яуланы. Бүләкләү тантанаһынан һуң Башҡортостан делегацияһы етәксеһе — БР Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙары ассоциацияһы рәйесе Алла Кузьминаның хәбәр итеүенсә, беҙҙең конкурсанттарыбыҙ дүрт миҙал яулаған, шуларҙың икәүһе – исемле.
Исемдәре ҡуйылған миҙалдар «Домовенок» балалар кафеһы селтәре директоры (Өфө) Римма Еникееваға һәм «Неон» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры (Өфө) Наталья Денисоваға бирелде. Мәғлүмәт технологиялары менән белем биреү үҙәге ИСТРА директоры (Стәрлетамаҡ) Тамара Кудрейко һәм «РегионОпт» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры (Стәрлетамаҡ) Елена Матвеева конкурстың миҙалдарына лайыҡ булды.
Еңеүселәрҙе бүләкләү Царицында Екатерина һарайында үтте. Тантанала Рәсәй Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙары ассоциацияһы президенты Татьяна Малютина, "Ҡатын-ҡыҙ — йыл директоры" конкурсы идеяһы авторы, яҡташыбыҙ Елена Мәхмүтова, шулай уҡ билдәле эшҡыуарҙар һәм абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика