Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
89.38
+0.27
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
2 Март 2010, 09:47

Рәсәйҙә торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыу һәм модернизациялау программаһы әҙерләнгән

"2010-2020 йылдарға торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыу һәм модернизациялау комплекслы программаһы" федераль маҡсатлы программалар концепцияһы әҙерләнгән.
2020 йылға тиклем күп фатирлы йорттарҙың милек хужаларын норматив сифатлы коммуналь хеҙмәттәр һәм, коммуналь инфраструктураның нәтижәле һәм ышаныслы эше менән бергә, коммуналь хеҙмәткә осһоҙ хаҡтар менән тәьмин итеү был программаның төп маҡсаты иҫәпләнә.
Беренсе этапта (2010 — 2011 йылдар) федераль маҡсатлы программаны ғәмәлгә ашырыу өсөн норматив нигеҙ әҙерләү һәм комплекслы үҫеш программаһын һәм мәғлүмәт ресурстарының берҙәм муниципаль базаһын әҙерләү, оҙайлы ваҡытҡа тәғәйенләнгән тарифтар билдәләүгә һәм концессион килешеүҙәр төҙөүгә күсеү кеүек бер нисә пилот проектын эшкә ҡушыу ҡаралған.
Икенсе этапта (2012 — 2015 йылдар) Программа механизмдарын киң ҡулланыу, шул иҫәптән кредитлау механизмдарын эшкәртеп бөтөрөү, тәү сиратта уртаса ҙурлыҡтағы ҡалалар өсөн, тарифтарҙы көйләүҙең яңы алымдарын ҡулланыу планлаштырыла.
Өсөнсө этапта (2016 — 2020 йылдар) күп фатирлы йорттарҙа реконструкциялау үткәреүгә бар кимәлдәге бюджеттарҙан субсидияларҙы күпкә ҡыҫҡартыу юлы менән бергә торлаҡ фондын реконструкциялауҙы милекселәр иҫәбенә финанслау системаһына күсеү, шулай уҡ коммуналь инфраструктураға киң масштаблы инвестициялар һәм күпләп инвесторҙарҙы йәлеп итеү планлаштырыла.
Федераль маҡсатлы программаларҙың финанс тәьмин ителеше федераль бюджет һәм бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан саралар йәлеп итеү ярҙамында инвестициялау системаһын күҙ уңында тота.
Автор:"Башинформ"
Читайте нас: