08:53 (UTC+5), 02 Марта 2010

Мортаза Рәхимов "Агрокомплекс-2010" күргәҙмәһендә ҡатнашыусыларҙы тәбрикләне

"Башинформ"
Бөгөн Өфөлә ХХ "Агрокомплекс-2010" махсуслаштырылған күргәҙмәһе асылды. Экспофорум ҡунаҡтарына һәм ҡатнашыусыларға Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов мөрәжәғәт итте. Сәләмләүҙә былай тиелә:
"Башҡортостандың баш ҡалаһы - Өфөлә һеҙҙе ихлас сәләмләйем!
Бөгөн агросәнәғәт комплексы – иҡтисадтың перспективалы тармаҡтарының береһе, ә ауыл хужалығы производствоһы – инвестицион сәйәсәттең мөһим өлкәһе. Яңы техника һәм ҡорамалдарҙы әүҙем һатып алыу, ауыл хужалығы продукцияһын етештереү һәм эшкәртеүгә заманса технологиялар индереү, аграр фәндең үҫеше һөйләй был турала. Иң мөһиме – ауыл хеҙмәтсәндәре тормошо һәм эшмәкәрлеге өсөн цивилизациялы шарттар тыуҙырыла.
Булған ҡыйынлыҡтарҙы хәл итеү һәм республиканың агросәнәғәт секторын нығытыу өсөн артабанғы дәүләт ярҙамы, фән, производство һәм бизнестың тырышлыҡтарын бергә туплау ҙур әһәмиәткә эйә. Был йәһәттән йолаға әйләнгән “Агрокомплекс-2010" махсуслаштырылған күргәҙмәһенең аграрийҙарға ярҙамы ҙур.
Тәжрибә уртаҡлашыу, тармаҡҡа инвестициялар йәлеп итеү – уның төп маҡсаты. Йылдар үткән һайын ҡатнашыусылар иҫәбен арттырып, проект уңышлыраҡ була бара. Бындай күләмдәге сара төбәк-ара бәйләнештәрҙе киңәйтергә мөмкинлек бирә. Беҙҙең агросәнәғәт комплексы предприятиелары хеҙмәттәшлек итеүгә, ике яҡ өсөн дә файҙалы бәйләнештәр урынлаштырыу өсөн һәр ваҡыт асыҡ булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алырға теләйем.
Күргәҙмәгә ҡуйылған технологияларҙың, ауыл хужалығы ҡорамалдарың һатып алыусыһын табырына һәм Рәсәйҙең агросәнәғәт комплексының артабанғы ынтылышлы үҫешенә булышлыҡ итеренә инанам!
Ҡатнашыусыларға ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм бәхет, уңышлы эш теләйем!
Башҡортостан Республикаһы Президенты М.Рәхимов".
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика