10:30 (UTC+5), 02 Марта 2010

Өфөнөң 2-се йылылыҡ электр станцияһындағы реконструкцияланған ҡаҙандар һыуыҡтарҙа һынау үтте

Эльвира Латипова
Өфөләге 2-се йылылыҡ электр станцияһының яңыртылған һыу йылытыусы ике ҡаҙаны файҙаланыуға тапшырылған тәүге ҡышта уңышлы эшләне. Улар көсөргәнештәр артҡан осорҙа ҡулланыусыларға йылылыҡ энергияһы етештереү өсөн тәғәйенләнгән. Энергетиктарҙың өмөттәре аҡланды.
Һыу йылытыу ҡаҙандарын реконструкциялау йылылыҡ электр станцияһын яңынан техник йыһазландырыуҙың мөһим этабы булды. Ҡаҙандарҙың етештереү ҡеүәте 100-ҙән сәғәтенә 120 Гкалға артты. Был, үҙ сиратында, йылылыҡ электр үҙәгенең уртаса баҫымлы блок агрегаттарынан көсөргәнеште яңыртылғандарына күсерергә мөмкинлек бирҙе. Агрегаттар демонтажланған, уларҙың урынында яҡын арала быу-газ ҡулайламаһы төҙөлөшө башлана - әле унда фундамент эштәре башҡарыла, тәүге свайҙар ҡағыла.
Быйылғы ҡышта ике һыу йылытыу ҡаҙаны ла әүҙем ҡулланылған, шулай ҙа 2-се ҡаҙан ауырлыҡтың төп өлөшөн үҙ өҫтөнә алған. Ҡаты һыуыҡтарҙа селтәрҙәге һыуҙы билдәләнгән кимәлдә тотоу өсөн ҡаҙандар тәүлек әйләнәһенә эшләгән. Элек, реконструкцияға тиклем, бындай һыуыҡтарҙа бер нисә белгестең бергә эшләүе талап ителгән. Хәҙер иһә үҙәк идара итеү щитынан бер машинист барыһын да контролдә тота. Компьютер мониторында агрегаттар эшенең бар күрһәткестәре лә асыҡ күренә. Был температура графигын бирелгән үлсәмдә тоторға, эштең экономиялы режимын һаҡларға ярҙам итә.
«Башкирэнерго» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әлеге мәлдә ике ҡаҙанлыҡ та резервта тора, ләкин һауа температураһы ныҡ түбәнәйгәндә улар тиҙ арала эшкә ҡушыласаҡ.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика