04:43 (UTC+5), 01 Марта 2010

Һуғыш ветерандары торлаҡ менән тәьмин ителә

Ғәлиә Нәбиева
— Бөгөн 2005 йылдың 1 мартына тиклем торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса иҫәпкә баҫҡан ветерандар тулыһынса тиерлек торлаҡ менән тәьмин ителде, — тине БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының йомғаҡлау коллегияһында вице-премьер Фидус Ямалетдинов. — Һуңғы өс эш ошо көндәрҙә тамамланасаҡ.
Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығы менән бәйле, министрлыҡтың 2010 йылдағы өҫтөнлөклө бурыстарының береһе булып ветерандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү тора. 2005 йылдан 2009 йылға тиклемге осорҙа республикала 831 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны торлаҡ менән тәьмин ителде, шуларҙан 499 кеше – федераль бюджет, 332-һе республика муниципаль райондары һәм ҡала округтары средстволары иҫәбенә. 2009 йылда ғына 429 кеше тәьмин ителде.
Быйыл ҡасан иҫәпкә баҫыуына ҡарамаҫтан, бөтә мохтаж ветерандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү бурысы ҡуйылды. 17 февралгә ҡарата Башҡортостанда бындай ветерандар 1436. Һуғыш инвалидтары айырым исемлеккә бүленде һәм улар беренсе сиратта тәьмин ителәсәк. Торлаҡ төҙөлөшө фонды ветерандар өсөн торлаҡ һайлауҙа ярҙам күрһәтә.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙы торлаҡ менән тәьмин итеүҙән тыш, министрлыҡ граждандарҙың башҡа категорияларын да торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса эш алып бара. Һуңғы биш йылда, мәҫәлән, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, инвалидтар һәм ғәрип балалар тәрбиәләгән ғаиләләр иҫәбенән 778 кеше торлаҡ менән тәьмин ителде.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика