04:39 (UTC+5), 01 Март 2010

Башҡортостанға Үзбәкстан делегацияһы килә

Эльвира Латипова
Йәкшәмбе көндө Өфөгә Үзбәкстан Республикаһынан район хакимиәте башлыҡтары һәм агросәнәғәт комплексы предприятиелары вәкилдәренән торған делегация килде.
«Башинформ» агентлығына БР Сәнәғәт һәм тышҡы бәйләнештәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ауыл хужалығы өлкәһендә ике яҡлы хеҙмәттәшлекте нығытыу, заманса ҡорамалдар һәм технологиялар менән танышыу, фермер хужалығы һәм малсылыҡ предприятиеларын ойоштороу тәжрибәһен өйрәнеү визиттың төп маҡсаты булып тора. Ҡорамалдар һәм технологиялар менән тәьмин итеүгә килешеүҙәр төҙөү мөмкинлеге лә күҙ уңында тотола.
Республикала ҡунаҡтар 3 мартҡа тиклем буласаҡ.
Программа менән БР Ауыл хужалығы министрлығы етәкселәре, Шишмә районы хакимиәте һәм Республика һөт союзы менән осрашыу планлаштырыла. Ҡунаҡтарҙы шулай уҡ «Башсельхозтехника» дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы, «УзБашАВТО» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «Алексеевка» совхозы» дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы, «Өфө икмәк продукттары комбинаты», асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Әғли» крәҫтиән-фермер хужалығы, «Уза» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, Шишмә райветстанцияһы эшмәкәрлеге менән таныштырыу ҙа ҡаралған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика