06:21 (UTC+5), 01 Марта 2010

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу-2010 буйынса Хөкүмәт комиссияһы төҙөлдө

Ғәлиә Нәбиева
Рәсәй Премьер-министры Владимир Путин 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреү буйынса РФ Хөкүмәте Комиссияһы төҙөү тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
Уны РФ Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары —Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Сергей Собянин етәкләне.
Комиссия составына башҡарма власть органдарының кешеләрҙең айырым категорияларын иҫәпкә алыуҙы үткәреү һәм уны үткәргәндә именлекте тәьмин итеү өсөн яуаплы етәкселәре һәм белгестәре, шулай уҡ федераль округтарҙың рәсми вәкилдәре, Мәскәү өлкәһе, Санкт-Петербург губернаторҙары һәм Саха (Якутия) Республикаһы Президенты инә.
Беренсе ултырышта федераль округтарҙа 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы ойоштороу буйынса комиссиялар төҙөү тураһында положение ҡараласаҡ.
Башҡортостанда республика Хөкүмәте ҡарамағында БР биләмәһендә халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса Комиссия 2008 йылдың июлендә төҙөлгәйне. Уға Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев етәкселек итә.
Республика комиссияһы ултырыштарында муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәт башлыҡтары үҙ биләмәләрендә алдағы халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек тураһында отчет бирә, ағымдағы әҙерлек сараларына, халыҡ араһында мәғлүмәт-аңлатыу эше барышына, планлы сараларҙы үтәү буйынса алда торған бурыстарға арналған мәсьәләләр ҡарала.
Бындай комиссиялар республиканың һәр муниципаль районында һәм ҡала округында, шулай уҡ Өфөнөң ҡала эсендәге райондарында ойошторолған һәм әүҙем эшләй. Башҡортостанстаттан хәбәр итеүҙәренсә, төрлө кимәлдәге 70 комиссия составына 1300-ҙән ашыу кеше ингән. Улар араһында —федераль һәм республика башҡарма власть территориаль органдары, министрлыҡтар, ведомстволар һәм ойошмалар, урындағы үҙидара органдары вәкилдәре.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика