04:59 (UTC+5), 27 Февраля 2010

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды федераль программаларҙың үтәлешен тикшерә

Ғәлиә Нәбиева
Башҡортостанға Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды – дәүләт корпорацияһының эш төркөмө килгән. Башҡортостан тәүгеләрҙән булып күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт, авария хәлендәге торлаҡ фондынан халыҡты икенсеһенә күсереү программалары буйынса үткәрелгән саралар тураһында иҫәп-хисап биргән. Әлеге мәлдә Фонд белгестәре урындарҙа тикшереү үткәрә, унан һуң ТКХ реформалаштырыуға булышлыҡ итеү программаларында республиканың артабан да ҡатнашыуы, шулай уҡ өҫтәмә бонустар биреү тураһында хәл ителәсәк.
ТКХ Фонды мәғлүмәте буйынса, эш төркөмө Өфө һәм Туймазыға йыйына. Белгестәр коммуналь комплекс ойошмалары объекттарын ҡарарға ниәтләнә, идара итеү компаниялары һәм милекселәр ширҡәте ағзалары менән осраша.
2008-2009 йылдарҙа Башҡортостанға күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт үткәреүгә һәм граждандарҙы авария хәлендәге йорттарҙан икенсеһенә күсерергә, шул иҫәптән торлаҡ баҙары үҫешен көйләүҙең кәрәклеген иҫәпкә алып, ТКХ Фонды сараларынан 7,34 миллиард һум бүленде.
Ҡушма финанслау тәртибендә төбәк был сараларға 2,2 миллиард һум өҫтәгән. Һөҙөмтәлә төбәктә үрҙә күрһәтелгән программаларҙы ғәмәлгә ашырыу арҡаһында 750 күп фатирлы йорт ремонтланған һәм авария хәлендәге 361 йорттан граждандар икенсеһенә күсерелгән. Йәшәү шарттарын 147 025 кеше яҡшырта алған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика