10:35 (UTC+5), 27 Февраля 2010

Өфөлә яңы гипермаркет асылды

Любовь Колоколова
Өфөнөң Октябрь районында кисә «О’КЕЙ» гипермаркетын асыу тантанаһы үтте. Был республикабыҙҙың баш ҡалаһында иҫәп буйынса 46-сы сауҙа комплексы (19-сы гипермаркет). Уның дөйөм майҙаны 13 мең квадрат метр тәшкил итә, шул иҫәптән 8 мең “квадратлыҡ” сауҙа залы. Бында 40 меңгә яҡын тауар тәҡдим ителә. Объекттың инвестицион ҡиммәте - 800 миллион һум.
Гипермаркеттты асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев, Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса БР дәүләт комитеты рәйесе Ринат Зәйнуллин, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Павел Качкаев, баш ҡаланың Октябрь районы хакимиәте башлығы Владимир Дмитрюк һәм башҡа рәсми кешеләр ҡатнашты.
Гипермаркетты асыу тантанаһында билдәләнеүенсә, иҡтисади көрсөккә ҡарамаҫтан, республикала яңы сауҙа объекттары сафҡа индерелә, эшҡыуарлыҡ үҫешә, яңы эш урындары барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, «О’КЕЙ» гипермаркетында 450 өфөлө эшләйәсәк.
— Бөгөн беҙ сираттағы Европа кимәлендәге сауҙа комплексын асабыҙ. Был Өфө тарихында яңы биттәрҙең береһе, — тине Павел Качкаев, тантанала сығыш яһап. – Ҡалабыҙҙың цивилизациялы сауҙа үҙәгенә әйләнә барыуы ҡыуандыра. Мәҫәлән, уҙған йылда беҙ 140 стационар сауҙа объектын сафҡа индерҙек, шуның арҡаһында өс меңгә яҡын өфөлө эш менән тәьмин ителде. Быйыл тағы 34 объект төҙөлә. Әлеге ваҡытта халыҡты сауҙа хеҙмәттәре менән тәьмин итеү буйынса Өфө тәүге урындарҙы биләй.
Үҙ сиратында «О’КЕЙ» селтәренең һатыу буйынса директоры Владислав Курбатов республика етәкселегенә һәм ҡалаға ярҙамы өсөн рәхмәтен белдерҙе. Гипермаркет асыу хөрмәтенән, ул 5-се балалар поликлиникаһына һәм “Йондоҙлоҡ” балалар ижады үҙәгенә бүләккә сертификаттар тапшырҙы.
«О’КЕЙ» компанияһы 2001 йылдың июлендә Санкт-Петербургта нигеҙләнгән һәм теркәлгән. Бөгөнгө көндә компаниялар төркөмө иҫәбендә 45 сауҙа комплексы, шуларҙан 18 гипермаркет бар. Улар Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Түбәнге Новгородта, Дондағы Ростовта, Мурманскиҙа, Тольяттила эшләп килә. Һәм бына «О’КЕЙ» компанияһы Өфөлә лә гипермаркет асты. Быйылғы йылда дөйөм майҙаны 145 мең квадрат метр тәшкил иткән йәнә алты эре сауҙа комплексын асыу планлаштырыла.
Гипермаркетты асыу тантанаһынан һуң рәсми делегация, Өфөлә гипермаркет цехында етештереләсәк продукцияға айырым иғтибар бүлеп, комплекстың ассортименты менән танышты.
1 из 16
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика