06:08 (UTC+5), 25 Февраля 2010

«Полиэф» хеҙмәткәрҙәрен хеҙмәт һаҡлау һәм производство хәүефһеҙлеге өсөн аҡсалата бүләктәр менән дәртләндерә

Эльвира Латипова
Благовещендың «Полиэф» асыҡ акционерҙар йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре араһында хеҙмәт һаҡлау, сәнәғәт һәм экологик хәүефһеҙлек буйынса ярыштар үткәрҙе.
Хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу, етештереү һәм производство көнкүреше мәҙәниәтен күтәреү, хеҙмәткәрҙәрҙә эш урындары торошо һәм үҙҙәренең хәүефһеҙлеге өсөн яуаплылыҡ уятыу был ярыштың төп маҡсаты иҫәпләнә.
Ярыш барышында ниндәй функциялар һәм операциялар башҡарыуы, производство биналары һәм ҡорамалдарына ҡарап, завод бүлексәләре ике төркөмгә бүленде.
2009 йылдың һуңғы кварталы йомғаҡтары буйынса ярыш һөҙөмтәләре билдәле булды. Беренсе төркөмдә химик сеймал һәм реагенттар әҙерләү буйынса 10-сы цех коллективы еңде, икенсе төркөмдә 15-се автоматлаштырыу цехына етеүсе табылманы.
«Полиэф» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, йомғаҡтар яһағанда бер нисә күрһәткес, шулар араһында производство ауырыуҙарын, травма алыуҙарҙы иҫкәртеү буйынса эштәрҙең һөҙөмтәлелеге, хеҙмәт һаҡлау һәм сәнәғәт хәүефһеҙлеге иҫәпкә алынған. Комиссия хеҙмәт шарттарын, янғын һәм заз хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙе лә иғтибарға алған.
Еңеүселәр аҡсалата бүләктәр алған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика