16:38 (UTC+5), 24 Февраля 2010

Икмәк сифаты тикшерелә

Ғәлиә Нәбиева
Сауҙа селтәрҙәребеҙ кәштәләрендә икмәк-булка изделиелары ассортименты йылдан-йыл арта. Ҡулланыусылар тәм сифаттарын лайыҡлы баһалаған икмәк-булка изделиеларының традицион төрҙәре бар. Яңыларын һатып алыусылар һәр ваҡыт һаҡ ҡына ҡабул итә, ә тәмләп ҡарағас инде беҙ йыш ҡына уларҙы һатып алған әйберҙәребеҙ исемлегенә индерәбеҙ.
Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә һатылған икмәк-булка изделиеларының юғары сифатын тәьмин итеү өсөн БР Дәүләт аҙыҡ-түлек идаралығы “Икмәк һәм икмәк-булка изделиелары сифаты” ҡыҫҡа ваҡытлы программаһын әҙерләне.
Программаны тормошҡа ашырыу сиктәрендә БР Аҙыҡ-түлек идаралығы белгестәре сауҙа селтәрҙәрендә һәм Өфө баҙарҙарында икмәк-булка изделиелары өлгөләрен һайлап ала. Һайлап алған өлгөләрҙең сифатына һәм хәүефһеҙлегенә экспертиза бойондороҡһоҙ аккредитацияланған лабораторияла үткәрелә. “Икмәк һәм икмәк-булка изделиелары сифаты” программаһы буйынса икмәк бешереү продукцияһы өлгөләрен лаборатор тикшереү һөҙөмтәләре 26 февралдә 14 сәғәттә икмәк тармағы предприятиелары, сауҙа һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән кәңәшмәлә иғлан ителәсәк. Ул Башҡорт дәүләт аграр университетында аҙыҡ-түлек технологиялары факультетында үтәсәк.
Кәңәшмәнән һуң Башҡортостан Республикаһы етештереүселәренең икмәген һәм икмәк-булка изделиеларын тәмләп ҡарау үткәреләсәк.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика