04:32 (UTC+5), 19 Февраля 2010

Раил Сарбаев Мәскәүҙә Инфокоммуникацион технологиялар технопаркы менән таныштырҙы

Михаил Сытин
Мәскәүҙәє РФ элемтәє һәм киң коммуникациялар министры Игорь Щеголев етәкселегендә юғары технологиялар өлкәһендә технопарктар булдырыу, уларҙың эш итеүе һәм үҫеше буйынса эшмәкәрлекте көйләүсе ведомство-ара комиссия ултырышы үтте. БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев унда Башҡортостан Хөкүмәте башланғысында ойошторолоусы технопарктарҙың береһе менән таныштырҙы.
- Әле сәнәғәт предприятиелары тарафынан файҙаланылған мәғлүмәт һәм элемтә системаларының төп өлөшө сит илдәрҙә етештерелгән, - тип хәл итәһе мәсьәләне билдәләне Раил Сарбаев. - Был уларҙы файҙаланыуҙа ҙур сығымдарға килтерә, бындай стратегик өлкәлә ситтән килтерелгән технологияларға бәйлелек Рәсәй Федерацияһының иҡтисади именлегенә ҙур хәүеф тыуҙырыуы хаҡында әйтеп тораһы ла түгел.
Өфө дәүләт авиация техник университеты базаһында ойошторолоусы профилле технопаркты мәғлүмәт коммуникациялары селтәрендә, авиайыһан навигацияһында, энергияны һаҡлаусы технологияларҙа, технологик тәғәйенләнештәге мәғлүмәт-үлсәү комплекстарында, нанопроизводстволарҙа, медицинала ҡулланыла торған юғары технологиялы продукция сығарыуға йүнәлтеү күҙаллана.
Республика 750 миллион һум аҡса һаласаҡ (бөтәһе 2 миллиард һум инвестиция кәрәк) проектты тормошҡа ашырыу кәмендә 5 мең эш урыны, шул иҫәптән юғары уҡыу йорттарын тамамлаусылар өсөн 1500 эш урыны булдырыу мөмкинлеген бирәсәк. Милектең бәләкәй формаларына ҡараған инновацион предприятиелар төҙөү өсөн дә шарттар булдырыласаҡ. Улар технопарктың резиденттары була ала.
- Ғәмәлдәге юғары технологиялы ғилми эшләнмәләр һәм етештереү базаһы проектты ҡыҫҡа ваҡытта түбән сығымдар менән тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирә, - тине Раил Сарбаев технопарктың өҫтөнлөктәрен билдәләп.
Ул, Башҡортостанда инновацион эшмәкәрлекте үҫтереүгә, инновацион инфраструктура субъекттарын булдырыуға, уларҙы үҫтереүгәє һәм финанс яғынан дәртләндереүгә хеҙмәт итеүсе киң закондар базаһы булдырылды һәм эш итә, тип билдәләне.
Әле республикала алты технопарк һәм бер технологияларҙы трансферлау үҙәге теркәлгән һәм эшләп килә. Ултырышта ҡатнашыусыларға тәҡдим ителгән технопарктан тыш, Өфө дәүләт авиация техник университеты базаһында “Башҡортостан” технопаркы һәм Өфө моторҙар эшләү берекмәһе базаһында “Авиация технологиялары технопаркы” коммерцияға ҡарамаған ғилми-етештереү партнерлығы яҡын арала эшкә ҡушыласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика