09:55 (UTC+5), 18 Февраля 2010

Төбәк туризмы үҫеше өсөн дәүләт ярҙамы һәм шәхси капитал кәрәк

Любовь Колоколова
БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһының туризм буйынса комитеты ултырышында 2009 йыл йомғаҡтары һәм 2010 йылға бурыстар тикшерелде. Уҙған йылдың июлендә барлыҡҡа килгән комитет эшендә БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы рәйесе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Алексей Никин ҡатнашты.
— Башҡортостан Республикаһы туризм индустрияһы Союзы ойошторолоуын уҙған йылда туризм өлкәһендәге иң мөһим ваҡиға, тип билдәләргә мөмкин. Билдәле булыуынса, быға БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы коллегияһының Бөрйән районында үткән киңәйтелгән ултырышында республика Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаевтың ҡарары этәргес булды. Туриндустрия Союзы – турбизнесты үҫтереүгә һәм был эшкә эшҡыуарлыҡ структураларын йәлеп итеүгә булышлыҡ итеүсе нәтижәле инструмент ролен үтәүҙе күҙаллап ойошторолған олпат йәмәғәт ойошма ул. Был өлкәлә эшҡыуарҙар менән дәүләт хеҙмәтттәшлеге ҙур көскә эйә, - тип билдәләне сығышында БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһының туризм буйынса комитеты рәйесе, “Павловка паркы” туристик үҙәге” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Рәил Ғәзизов. Туризмдағы эшҡыуарлыҡ-дәүләт партнерлығының төрлө аспекттары комитеттың киләһе ултырышының төп темаһы буласаҡ.
Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһының Туризм институты (УГАЭС) директоры Искәндәр Усманов ил эсендәге туризмды үҫтереү өсөн төбәк территорияһында перспективалы зоналар бүлеү принциптары тураһындағы тәҡдимдәр менән сығыш яһаны. Ултырышта шулай уҡ Башҡортостандағы юл эргәһе сервисы селтәрҙәре төҙөлөшө буйынса алып барылған эштәр барышы ла тикшерелгән, тип хәбәр итә БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһының матбуғат хеҙмәте.
Комитеттың бар ағзалары ла республиканың туристик баҙарына эшҡыуарҙарҙы һәм инвесторҙарҙы йәлеп итеүҙе тиҙләтеү кәрәклеген билдәләй, быға, һис шикһеҙ, Башҡортостандың бай тәбиғәт ресурстары ла булышлыҡ итә. Ошоноң менән бәйле дәүләт кимәлендә эске һәм тышҡы туризмды үҫтереү буйынса өҫтәмә саралар ҡабул итергә кәрәк. Шулай уҡ “Шүлгәнташ”, “Оло Өфө” комплексы, “Павловка” тау саңғыһы үҙәге кеүек туристик инфраструктураны үҫтереү өсөн перспективалы зоналарҙан торған туристик кластерҙар үҙләштереүҙе көсәйтеү мөһим.
Республика территорияһында туризмды популярлаштырыу өсөн берҙәм электрон мәғлүмәт ресурсы булдырырға кәрәк. Сайтты булдырыу һәм мәғлүмәттәр менән байытыуҙа был өлкәгә ҡағылышы булған бар ойошма ла ҡатнаша алырға тейеш, тип иҫәпләй БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһының туризм буйынса комитет ағзалары.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика