Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.31
-0.38
98.47
-0.09
83.75
+0.22
12+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
17 Февраль 2010, 11:55

Республика вәкиле Бөтә донъя WACS конгресында ҡатнашты

Ғинуар аҙағында Чили баш ҡалаһында уҙған 34-се Бөтә донъя WACS (Бөтә донъя Кулинарҙар союздары ассоциацияһы) конгресында Башҡортостан Республикаһы вәкиле лә ҡатнашты. Рәсәй делегацияһы составында Сантьяголағы форумда «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең “Йәмәғәт туҡланыуы” предприятиеһын етәкләүсе, БР Кулинарҙар ассоциацияһы етәксеһе Милс Ҡадиров булды.
Конгреста ҡатнашыусыларҙың тәүге осрашыуында Рәсәй Кулинарҙар ассоциацияһы президенты Виктор Беляев WACS президентына раритет – 1889 йылда сығарылған боронғо рус рецептары менән китап бүләк итте.
БР Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса дәүләт комитеты матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, конгреста кулинарҙар өсөн мөһим, ойоштороу яғынан, шулай уҡ тармаҡты үҫтереү перспективалары менән бәйле күп кенә мөһим мәсьәләләр тикшерелде. Атап әйткәндә, милли берләшмәләр президенттарының профессиональ кимәле, киләһе осрашыу урыны тураһында. 2012 йылдың авгусында сираттағы сараны Эрфуртта үткәрергә ҡарар ителде, ә 36-сы WACS конгресы 2014 йылда Норвегияла үткәреләсәк. Судья семинарҙарының береһе Мәскәүҙә үтәсәк.
—WASC-2010 конгресында ҡатнашыу — Рәсәй өсөн ҙур ҡаҙаныш һәм хөрмәт, – тине Милс Ҡадиров.- Элек донъя кулинарҙары өсөн бындай ҙур һәм мөһим ваҡиғаларҙа беҙҙең ил ҡатнашманы. Иң мөһиме, башҡа илдәр ассоциациялары президенттары менән рәсми осрашыуҙан һуң артабанғы хеҙмәттәшлек, кулинария һәм кондитер эше буйынса йәш белгестәрҙе уҡытыуға һәм стажировка үткәреүгә контракттар төҙөү тураһында һөйләшеүҙәр алып барылды. Был йәштәр алдында бөтөнләй яңы перспективалар аса.
Автор:Любовь Колоколова
Читайте нас: