07:30 (UTC+5), 17 Февраля 2010

«Именлек-2010» күргәҙмәһендә Өфө предприятиелары продукцияһы

Любовь Колоколова
Өфөлә асылған «Именлек-2010» XVII төбәк-ара махсус күргәҙмәлә «БЭТО» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең «Старт» заводы продукцияһы ҡуйылған. Өфөнөң был предприятиеһы «Универсал» оператив элемтә пультын эшләгән, уны милицияның дежур часында, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында, шулай уҡ сәнәғәт объекттарында һәм дәүләт идара итеү органдарында файҙаланырға мөмкин.
«Универсал» пульты идаралыҡтың ведомство элемтәһен ойоштороуҙы талап итеүсе төрлө звеноларында оператив, диспетчер, директор, селектор элемтәһен тәьмин итеү өсөн тәғәйенләнгән. Пульт телефон һәм ҡысҡырып иғлан итеү бәйләнешен тәьмин итә, автоматик һәм ярымавтоматик режимда эшләй. Ул ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп тыуғанда айырыуса һөҙөмтәле.
Күргәҙмәлә шулай уҡ Өфөнөң «Андерсон», «Егоза», «Техохрана» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре, «Волкодав» һаҡ агентлығы төркөмө, «Форт Диалог» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте кеүек предприятиелары продукцияһы һәм технологиялары ла күрһәтелә. Бынан тыш, производство именлеге һәм сәнәғәт экологияһы, янғын хәүефһеҙлеге һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә һаҡлау буйынса белгестәр әҙерләгән юғары уҡыу йорттары – ӨДАТУ һәм ӨДНТУ үҙ экспозицияларын ҡуйған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика