06:40 (UTC+5), 16 Февраля 2010

2009 йылда Башҡортостанда 10 яңы нефть ятҡылығы асылған

Ғәлиә Нәбиева
Башҡортостан – ҡаҙылма байлыҡтар ятҡылыҡтары буйынса уникаль төбәк. Бөгөн республикала 60-тан ашыу минераль сеймал төрө бар, өс меңдән ашыу ятҡылыҡ асылған. Был турала «Башинформ»да үткән матбуғат конференцияһында БР буйынса Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу идаралығы начальнигы Рәсих Хәмитов һөйләне. 2009 йылда ғына Башҡортостан геологтары 10 яңы нефть ятҡылығын асҡан.
Рәсих Ағзам улы көрсөк күренештәре тармаҡтағы эштәр торошонда етди сағылыуы тураһында һөйләне. Углеводород сеймалына хаҡтар бер баррель өсөн 40-50 долларға тиклем кәмегән. Алтынға, төҫлө металдарға хаҡтар ныҡ кәмеүе күҙәтелә. Былар барыһы ла республиканың ҡаҙылма байлыҡтар табыу предприятиелары эшмәкәрлегендә сағылмай ҡалманы. Республикалағы эске сәйәси һәм иҡтисади хәлдең имен булыуы, БР Хөкүмәтенең көрсөккә ҡаршы саралар күреүе арҡаһында, дөйөм алғанда, тармаҡта хәл тотороҡло. Бөтә ятҡылыҡтар үҙләштереүгә тапшырылды. Потенциаль инвесторҙар йәлеп итеү өсөн уңайлы шарттар булдырылды.
2009 йылда республика биләмәһендә нефть һәм газ табыу менән биш ойошма шөғөлләнә: «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «Башминерал», «Аксаитовнефть», «Ергән» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре, «Винка» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте. Бөтәһе республикала 191 нефть һәм газ ятҡылығы иҫәпләнә, шуның 161-е эшкәртелә. Рәсих Хәмитов аңлатыуынса, скважиналарҙың бер өлөшө рентабеллелеге түбән булыу сәбәпле туҡтатылған.
Ведомство башлығы 2010 йылға бурыстар араһында республиканың «Ласселсбергер» һәм «Русджам» кеүек яңы предприятиеларын етерлек минераль сеймал менән тәьмин итеүҙе атаны. Баҡыр колчеданы рудаларын артабан эшкәртеү, яңы ятҡылыҡтар эҙләү алып барыласаҡ.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика