04:02 (UTC+5), 15 Февраля 2010

19 февралдә «Башҡортостандың бизнес-потенциалы» форум-күргәҙмәһе үтәсәк

Любовь Колоколова
19 февралдә Өфөлә, Конгресс-холл бинаһында, «Башҡортостандың бизнес-потенциалы» форум-күргәҙмәһе үткәрелә. Унда 2009 йылда Башҡортостандағы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү буйынса Республика программаһын тормошҡа ашырыуға йомғаҡ яһаласаҡ. Бер үк ваҡытта 2010 йылда эшҡыуарлыҡҡа ярҙам механизмдары һәм перспективалары ла тикшереләсәк.
Конгресс-холдың беренсе ҡатында күргәҙмә үтәсәк, унда республиканың 25 районынан бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү Республика программаһы буйынса дәүләт ярҙамы алған эшҡыуарҙар ҡатнашасаҡ.
Форум-күргәҙмәне асыуҙа федераль һәм республика дәүләт власы органдары, муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәре, эшҡыуарҙарҙың йәмәғәт берләшмәләре, БР бизнес-берләшмәһе һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашасаҡ. Форумдың пленар өлөшө түңәрәк өҫтәл формаһында үтәсәк.
Шулай уҡ форум сиктәрендә «Йыл эшҡыуары-2009» конкурсы еңеүселәрен наградлау тантанаһы ла үткәрелә, тип хәбәр итә БР Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса дәүләт комитеты матбуғат хеҙмәте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика