04:41 (UTC+5), 13 Февраль 2010

Ҡырғыҙстан Башҡортостан энергетиктары тәжрибәһен үҙләштерә

Эльвира Латипова
Ҡырғыҙстан милли энергетика үҫеше программаһын әҙерләй. Ҡырғыҙстан Республикаһы үҫеш Фонды директорҙар советы рәйесе Игорь Чудинов етәкселегендәге делегация тәжрибә үҙләштерергә Башҡортостанға килде.
Делегация составына Ҡырғыҙстан милли электр селтәре компанияһы етәкселәре (“НЭСК” асыҡ акционерҙар йәмғиәте), электр эшләп сығарыусы (“ЧаканГЭС”, “Нарымгидро” асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре) һәм таратыусы (“Северэлектро” һәм “Востокэлектро” йәмғиәттәре) компаниялар вәкилдәре ингән.
"Башкирэнерго" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡунаҡтарҙы төбәк энергосистемаһын төҙөү тәжрибәһе, уның иҡтисади һөҙөмтәлелеге, подстанциялар ҡорамалдарының техник ышаныслылығы, электр селтәрҙәре һәм баҙар субъекттарында электр энергияһы коммерция иҫәбенең автоматлаштырылған мәғлүмәт-үлсәү системаһы эше, етештереүсе, селтәрҙәге һәм һатыу менән шөғөлләнгән компанияларҙың үҙ-ара хеҙмәттәшлеге тәжрибәһе ҡыҙыҡһындырған.
Урта Азия энергодефицитлы төбәк һанала. Ҡырғыҙстан менән Тажиҡстан ғына был исемлектә айырым урында, шуға ла улар иҡтисади йәһәттән энергосистема үҫеше һәм электр энергияһын Үзбәкстан, Төркмәнстан һәм Ҡаҙағстан кеүек күрше территорияларға экспортлау менән шөғөлләнергә ниәтләй.
Ҡырғыҙ энергетиктары “Берҙәм энергетик системаның системалы операторы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалы – “Башҡорт төбәк диспетчер идаралығы” менән танышты. Улар өсөн Үҙәк диспетчер пунктына һәм филиал персоналының тренажерҙарҙа әҙерлек үтеү пунктына экскурсия ойошторолдо. Ҡунаҡтарға Башҡортостан энергосистемаһы хаҡында, бында ҡулланылған реаль ваҡытта режимдар менән идара итеү технологиялары, шул иҫәптән махсус әҙерләнгән программа комплекстары хаҡында һөйләнеләр.
Белгестәр, шулай уҡ, «Уфимская» 500/220 кВ подстанцияһы эшмәкәрлеген дә баһалай алды. Башҡортостандың электр энергияһын таратыу компанияларында ҡырғыҙ делегацияһын электр энергияһы һәм телемеханика коммерция иҫәбенең автоматлаштырылған мәғлүмәт-үлсәү системаһын монтажлау һәм файҙаланыу мөмкинлеге ҡыҙыҡһындырҙы. «Дружба» 110/6/6 кВ подстанцияһында мегаполис шарттарында подстанцияны эксплуатациялау үҙенсәлеге тураһында һүҙ барҙы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика