08:21 (UTC+5), 13 Февраля 2010

Мортаза Рәхимов Благовар районындағы пластмасса производствоһында булды

Эльвира Латипова
Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов Языковола Вьетнамдан эшҡыуар Чан Нгок Туан менән ойошторолған «Благовар-пластмасс» асыҡ акционерҙар йәмғиәте предприятиеһында булды. Пластмассанан тауар етештергән башҡа предприятиеларҙың сеймал ҡалдыҡтары бында полиэтилен гранулаларға эшкәртелә.
Президент икенсел сеймалды ҡайтанан эшкәртеү цехын, шулай уҡ был гранулаларҙан үҙ тауарын – полтиэтилен пленка һәм киң ассортиментлы пакеттар етештергән цехтарҙы ҡараны. Республика башлығы эшселәр иҫәбе һәм производствоның киләсәге менән ҡыҙыҡһынды.
Бөгөн предприятиела 60-ҡа яҡын кеше эшләй, шуларҙың 15-20 проценты ғына вьетнамдар, ҡалғандары – урындағы халыҡ. Яҡын арала предприятиела пластмассанан һауыт-һаба, сүмес, сеүәтә-табаҡ, тас етештереүҙе яйға һалырға ниәтләйҙәр. Бының өсөн «Благовар-пластмасс» белгестәре Германияла булып ҡайтҡан һәм махсус ҡорамалдар ҡайтарыуға килешеүҙәр төҙөгән.
Яҡында тағы ла бер цех төҙөлә, унда теген производствоһын асыу планлаштырыла. Ул саҡта предприятиела эшләүселәр һаны яҡынса 40 кешегә артасаҡ, тип күҙаллана.
«Благовар-пластмасс» йәмғиәте өс йыл эшләп килә; уҙған йыл йомғаҡтары буйынса ул зыянһыҙ эшләү кимәленә сыҡҡан, ә 2009 йылда алынған килем 6 миллион һум тәшкил иткән.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика