13:39 (UTC+5), 12 Февраля 2010

Өфөлә социаль объекттар төҙөлөшө дауам ителәсәк

Елена Макушина
Ағымдағы йылда Өфөлә бер нисә социаль объект файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Был турала матбуғат конференцияһында Өфөлә баш ҡала хакимиәте башлығы Павел Качкаев хәбәр иттте.
—Сипайлово биҫтәһендә мәктәп, өс балалар баҡсаһы төҙөләсәк, — тине Павел Рюрикович. – Бынан тыш, элек профилен үҙгәрткән тағы ла ике мәктәпкә тиклемге учреждение мәғариф системаһына ҡайтарыласаҡ.
Уҙған йылда Өфөлә 4 балалар баҡсаһы төҙөлдө, ҡыҫҡа ваҡытҡа иҫәпләнгән баҡсалар һәм ғаилә балалар баҡсаһы асылды.
«Был практика дауам ителәсәк», — тине Качкаев.
Ағымдағы йылда һаулыҡ һаҡлау учреждениелары төҙөлөшөнә һәм ремонтҡа дөйөм алғанда ярты миллиард һум йүнәлтеләсәк.
«250 млн.һум республика бюджетынан индерелә, ошондай уҡ суммаға тиң сараларҙы муниципалитет иҫәбенән алырға планлаштырабыҙ», — тине Павел Рюрикович.
Атап әйткәндә, 17-се ҡала балалар клиник дауаханаһының биш ҡатлы корпусы төҙөлдө, 8-се ҡала клиник дауаханаһы, 13-сө ҡала клиник дауаханаһының ЛОР бүлеге ремонтланды. 21-се дауаханала, тимер юл дауаханаһының бала табыу бүлегендә ремонт үткәреү планлаштырыла.
Бынан тыш, Бөйөк Ватан һуғышында һәм локаль конфликтта ҡатнашыусылар өсөн реабилитация үҙәген төҙөү ҡаралған.
Өфө ҡалаһы начальнигы быйылғы йылда 620 000 квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырыласаҡ, тип ышандырҙы.
Йәнә бер матур хәбәр – Республика көнөнә ИКЕА компанияһының МЕГА сауҙа - күңел асыу үҙәген сафҡа индереү ҙә планлаштырыла. Республикалағы иң эре төҙөлөш гипермаркетын файҙаланыуға тапшырыу ҙа быйылғы йылға билдәләнгән.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика