08:17 (UTC+5), 11 Февраля 2010

Башҡортостанда «Профсойошма дисконт картаһы» проекты старт алды

Евгений Рәхимҡолов
Беҙҙең республикала «Профойошма дисконт картаһы» проекты старт алды. «Башинформ» агентлығына БР Профойошмалар федерацияһының матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, хәҙер бындай картаға эйә профойошма ағзалары был проектта ҡатнашыусы компанияларҙың тауарҙары һәм хеҙмәттәрен ташламалар менән ҡуллана ала.
Бындай ташламалар менән ҡулланып булған тауар һәм хеҙмәттәр исемлегенә аҙыҡ-түлек продукттары, автозаправкалау станцияһында яғыулыҡ һалыу, бөҙрәхана һәм туристик фирмалар хеҙмәте һәм башҡалар инә. Хәҙерге ваҡытта БР Профойошмалар федерацияһы партнерҙары, проектта ҡатнашыусылар, иҫәбендә ун бишләп компания бар. Әммә киләсәктә уларҙың һаны мотлаҡ артасаҡ, тимәк, ташламалар менән ҡулланып булған хеҙмәттәр һаны ла күбәйәсәк.
«Профойошма дисконт карта»һын профойошма ағзалары предприятие һәм ойошма профкомдарында ала ала.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика