14:23 (UTC+5), 11 Февраля 2010

Башҡортостанда “Банктарҙың мәғлүмәти хәүефһеҙлеге” II банк-ара конференцияһы үтә

Эльвира Латипова
15-20 февралдә Башҡортостандың Әбйәлил районында, «Юбилейный» шифаханаһында “Банктарҙың мәғлүмәти хәүефһеҙлеге” II банк-ара конференцияһы үткәрелә.
Милли һәм коммерция банкы вәкилдәре бөтә донъя тенденцияларын иҫәпкә алып, кредит-финанс өлкәһендә хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса тәжрибә уртаҡлашасаҡ. “Башинформ” агентлығына БР Милли банкы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, конференцияны лекциялар форматында үткәреү ҡаралған. Уҡыу аҙағында сарала ҡатнашыусылар квалификация күтәреү тураһында таныҡлыҡ аласаҡ.
Форумды Рәсәй банктары ассоциацияһы менән Башҡортостан Республикаһындағы Рәсәй Үҙәк банкының (Рәсәй Банкы) рәсми ярҙамы менән ABISS Рәсәй Банкы стандарттарын ҡулланыусылар берләшмәһе ойоштора. БР Милли банкы банк секторы эшмәкәрлеге сифатын күтәреү мәсьәләләрен тикшереү буйынса традицион майҙанға әйләнгән.
Конференцияға кредит ойошмалары етәкселәре һәм хәүеф-менеджерҙар, мәғлүмәти хәүефһеҙлек өлкәһе белгестәре, мәғлүмәт технологиялары һәм мәғлүмәти хәүефһеҙлек аудиторҙары, процессинг үҙәктәрҙең етәкселәре саҡырылған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика