07:01 (UTC+5), 10 Февраля 2010

Туймазыла культиваторҙар етештереләсәк

Ғәлиә Нәбиева
БР Ауыл хужалығы министрлығының фәнни-техник советында Тумазыла ерҙе сәсеү алдынан эшкәртеү өсөн КПО-6 һәм КЛ-1 культиваторҙарын етештереүҙе яйға һалырға ҡарар ителгән. Яңы производство «Туймазы автобетоновоздар заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә ойошторола. Совет эшендә завод вәкилдәре һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты ғалимдары ҡатнашты.
Башҡорт дәүләт аграр университеты ҡатнашлығында предприятие элек сығарылған ҡоралдарҙы файҙаланғанда табылған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн КПО-6 һәм КЛ-1 культиваторҙарын етештереүгә документацияға үҙгәрештәр индерергә тейеш. Культиваторҙарҙы комплектлау өсөн предприятиеға импортлы запас частарҙы ҡайтарыу эше көйләнәсәк. Республика ауыл хужалығы етештереүселәренә яңыртылған модель «Агрокомплекс-2010» күргәҙмәһендә күрһәтеләсәк. Республика аграрийҙары был ауыл хужалығы техникаһына әле үк заявка бирә ала. Бының өсөн культиватор хаҡынан 20 процент күләмендә аванс индереү мөһим.
БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, КЛ-1, КПО-6 культиваторҙарын 2010 йылғы яҙғы сәсеү эштәрендә ҡулланыуҙы министрлыҡ белгестәре контролдә тотасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика