Вторник, 14 Апреля 2026
|
Уфа
+17 °С
13:25 (UTC+5), 08 Февраля 2010

Пенсияларҙы таратыу электроника ярҙамында контролдә тотола

Ғәлиә Нәбиева
2009 йылда федераль почта элемтәһе ойошмалары ярҙамында пенсия таратыу процесына электрон документ әйләнешен индереү тамамланды. Рәсәй пенсия фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса Бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, яңы система пенсионерҙарға пенсияларҙы алып барып еткереүҙе күпкә уңайлаштырасаҡ. «Рәсәй Почтаһы» предприятиеһы пенсионерҙарҙың өйөнә пенсия алып барғанда йыртмалы квитанциялы махсус персональ документтар ҡуллана, унда айлыҡ түләүҙәрҙең ниндәй суммаларҙан йыйылыуы деталләп күрһәтелә: хеҙмәт пенсияһы суммаһы, айлыҡ аҡсалата түләүҙәр, өҫтәмә матди ярҙам һәм башҡа төрлө түләүҙәр.
Һөҙөмтәлә — Пенсия фонды пенсия һәм башҡа социаль түләүҙәрҙе таратыуҙың сифатын, ваҡытын һәм үткән юлын контролдә тота, ә пенсионерҙар – түләнгән аҡса тураһында тулы һәм ентекле мәғлүмәт ала.
Бынан тыш, Бүлексә менән пенсияны һәм башҡа төрлө социаль түләүҙәрҙе РФ-ның 7 банкының банк карталарына һәм вкладтары иҫәбенә күсереүҙе ойоштороу процесына электрон документ әйләнеше индерелгән.
Пенсия таратыуҙы ойоштороуҙа заманса мәғлүмәт технологияларын ҡулланыу аҡсаның үткән юлын контролдә тоторға, был матди саралар хәрәкәтенең үтә күренмәлелеген тәьмин итергә һәм халыҡҡа уларға уңайлы формала хеҙмәт күрһәтеүҙең эффектив системаһын булдырырға мөмкинлек бирә.
Рәсәй пенсия фондының БР буйынса Бүлексәһе бөгөнгө көндә 1 миллион 40 меңдән ашыу песионерға пенсия түләй, шуларҙың 32 проценты - кредит ойошмалары аша, 68 проценты “Рәсәй Почтаһы” федераль почта элемтәһе ойошмалары аша хеҙмәтләндерелә.
1 из 2
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика