07:52 (UTC+5), 08 Февраля 2010

Бер аҙнала Өфөнөң икенсел күсемһеҙ милек баҙарында хаҡтар бер ярым процентҡа артҡан

Эльвира Латипова
Уҙған аҙнала Өфөнөң икенсел күсемһеҙ милек баҙарында бар сегменттарға ла хаҡтар артыуы күҙәтелгән. Дөйөм күрһәткес – плюс бер ярым процент. Бөгөн икенсел торлаҡтың бер квадрат метры яҡынса 40,9 мең һум тора.
Ғәҙәттәгесә иң ҙур һорау менән ҡулланған һәм иң ҡиммәт торлаҡ категорияһы – бер бүлмәле фатирҙар. Уларҙың квадрат метры уртаса 43,69 мең һум менән тәҡдим ителә – был үткән аҙна менән сағыштырғанда 1,3 прцентҡа күберәк. Ике бүлмәлеләр хаҡы — 40,47 мең һум (плюс 1,3 процент), өс бүлмәлеләрҙеке — 38,89 мең һум (плюс 1,5 процент).
Күп бүлмәле фатир хаҡы – квадрат метрына 40,06 мең һум (плюс бер процент).
Элиталы торлаҡ хаҡы – квадрат метрына 60,8 мең һум. Был хаҡтарҙың дөйөм индексында иҫәпкә алынмай.
Өфөнөң икенсел милек баҙарындағы хәлдәр торошон аҙна һайын “Эксперт” күсемһеҙ милек агентлығы селтәре аналитиктары күҙәтеп бара. Уларҙың билдәләүенсә, үрҙә килтерелгән һандар - фатир һатыусылар һораған хаҡ. Ысынбарлыҡта килешеү хаҡы биш-ун процетҡа түбәнерәк була.
«Эксперт» баҙар индикаторын да иҫәпләй: Өфө торлағының килем индексы 8,0 банк депозитына тиң, ипотека кредитының баҙар индексы - 12,5 процент һәм ипотека кредиты менән ҡулланыу мөмкинлеге индексы - 0,4.
Өфөләге иң арзан фатир бөгөнгө көндә 1,1 миллион һум тора. Был 33 квадрат метрлыҡ бер бүлмәле фатир Төхвәт Йәнәби урамында урынлашҡан. Иң ҡиммәт фатир 20 миллион һум менән иҫәпләнә: Цюрупа урамы, биш бүлмәле, 150 квадрат метр.
Бүлмәләр сегментында иң арзан хаҡ – 500 мең һум: Вологда урамы, 10,4 «квадрат». Максималь хаҡ – 980 мең һум: Ленин урамы, 22 квадрат метр.
Һатыуға ҡуйылған иң ҡиммәтле коттедж 18 миллионға тәҡдим ителә: 8 Март ҡасабаһы, 297 квадрат метр, ете сутый ере шәхси милек булараҡ рәсмиләштерелгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика