09:17 (UTC+5), 05 Февраля 2010

Йәш журналистарҙы «Эшлекле Рәсәй» конкурсы көтә

Любовь Колоколова
“Эшлекле Рәсәй” бөтә Рәсәй йәш журналистары конкурсына ғаризалар яҡын арала ҡабул ителә башлаясаҡ.
Киң мәғлүмәт саралары аша Рәсәй йәштәренең бәләкәй бизнеста ҡатнашыуға әҙерлеге, Рәсәйҙә урта бизнес класын формалаштырыуҙа уларҙың роле, социаль яуаплылығы, үҙаллылығы, инновацион бизнес һәм бизнес-инкубаторҙар сиктәрендә Рәсәйҙең сәскә атыуы һәм тиҙләтелгән иҡтисади үҫеш мәсьәләләрен хәл итеүгә әҙерлеге тураһындағы мәғлүмәтте формалаштырыу - конкурстың төп маҡсаты.
Конкурста ҡатнашыуға бәләкәй бизнес һәм йәштәр эшҡыуарлығы мәсьәләләрен яҡтыртыусы 14-35 йәшлек журналистар һәм киң мәғлүмәт саралары саҡырыла.
Конкурс киләһе номинациялар буйынса үткәрелә: “Йыл статьяһы” (Төбәк, өлкә, край йәки ҡалалағы бәләкәй бизнес йәки йәштәр эшҡыуарлығы мәсьәләләренә арналған статья); “Иң яҡшы фоторепортаж” (бәләкәй эшҡыуарлыҡ темаһын яҡтыртыусы фоторепортаж); “Баҫма геройы” (Төбәк, өлкә, край йәки ҡаланың бәләкәй эшҡыуарлығы вәкиле тураһында яҙма); “Йыл баҫмаһы” (Йәштәр эшҡыуарлығы, бәләкәй бизнес, инновация темаһын яҡтыртыусы йәш матбуғат баҫмаһы).
Авторҙарҙан һәм киң мәғлүмәт сараларынан заявкалар ағымдағы йылдың 30 апреленә тиклем ҡабул ителәсәк.
Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте киләһе сайттарҙан алырға мөмкин: www.CYJ.RUSSIA-BUSINESS.ru, www.STELLACom.ru, www.CYJ-DR.ru.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика