15:06 (UTC+5), 05 Февраля 2010

Башкортостан уҡыусыһы – финанс баҙары буйынса V бөтә Рәсәй олимпиадаһының икенсе турында

Эльмира Сабирова
Өфөнөң 40-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусыһы Владислав Ҡотоев, финанс баҙары буйынса V бөтә Рәсәй олимпиадаһының юғары класс уҡыусыларына тәғәйенләнгән тест мәсьәләләрен уңышлы үтәп, икенсе турға үтте. Был этаптағы конкурс мәсьәләләрен ситтән тороп эшләйҙәр. Ҡағиҙәләргә ярашлы, ойоштороусылар тәҡдим иткән тема буйынса Владиславҡа ижади эссе яҙырға һәм уны ойоштороу комитетына ебәрергә кәрәк. II тур һөҙөмтәләре буйынса, икенсе турға йомғаҡ март урталарында яһала, финалистар исеме асыҡланасаҡ. Һуңғы һынауҙарҙы үтеү өсөн улар апрель аҙағында Мәскәүгә саҡырыласаҡ. Рәсәйҙең баш ҡалаһында финалсыларҙы өс тур көтә - компьютерҙа тест үтеү, яҙма имтихан, ижади эш.
Икенсе турҙа илебеҙҙең 73 төбәгенән барыһы 875 уҡыусы иҫәпләнә.
Олимпиаданы РФ Мәғариф һәм фән министрлығы, РФ Финанс министрлығы, “Дәүләт клубы” кадрҙар резервын әҙерләү фонды, Милли депозитар үҙәк, Мәскәү дәүләт иҡтисад, статистика һәм информатика университеты ҡатнашлығында Фонд баҙары һәм идара институты менән Финанс баҙары буйынса федераль хеҙмәт үткәрә.
Олимпиаданың маҡсаттары – йәш быуындың инвестицион һәм финанс мәғлүмәтлелек кимәлен күтәреү, Рәсәй финанс баҙарына һәм ҡиммәтле ҡағыҙҙар баҙары өсөн юғары квалификациялы персонал әҙерләүгә булышлыҡ итеү, Рәсәй граждандарының финанс грамоталылығы мәсьәләһенә йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итеү.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика