05:03 (UTC+5), 05 Февраля 2010

2009 йылда Башҡортостанда 18,1 мең бина төҙөлдө

Ғәлиә Нәбиева
Былтыр республикала 18,1 мең бина файҙаланыуға тапшырылған, шуларҙан 17,8 меңе – торлаҡ йорттар. Төҙөүселәр ойошмалары тарафынан ауыл хужалығы предприятиеларында, нефть сеймалы табыу, ағас эшкәртеү, электр энергияһы, кокс һәм нефть продукттары, аҙыҡ-түлек етештереү, ваҡлап һатыу, йәмәғәт туҡланыуы, транспорт, элемтә һәм башҡалар буйынса яңы производство ҡеүәттәре сафҡа индерелгән.
Башҡортостанстат мәғлүмәттәре буйынса, бөтә финанслау сығанаҡтары иҫәбенә, дөйөм алғанда, 2352 мең квадрат метр майҙан менән 24,6 мең фатир төҙөлгән. Торлаҡ тапшырыу 2008 йыл кимәленә тап килә.
Торлаҡ төҙөлөшөндә ыңғай динамикаға шәхси төҙөүселәр арҡаһында өлгәшелде. Үҙ иҫәптәренә һәм кредиттар ярҙамында 1933,6 мең квадрат метр дөйөм майҙан менән 17,6 мең шәхси йорт төҙөлдө, был 2008 йыл кимәленән 19,2 процентҡа күберәк.
Торлаҡ менән бер рәттән республикала социаль-мәҙәни һәм коммуналь тәғәйенләнештәге объекттар ҙа төҙөлә. 2009 йылда Сибайҙа Башҡорт дәүләт университеты корпусы, 1255 уҡыусыға иҫәпләнгән дөйөм белем биреү учреждениелары, 180 урынлыҡ мәктәпкәсә тиклемге белем биреү учреждениелары сафҡа индерелде.
Һаулыҡ һаҡлау, физкультура һәм социаль тәьминәт объекттары төҙөү дауам иттерелә. Коммуналь хужалыҡта 368,3 километр оҙонлоғонда – газ, 10,8 – йылылыҡ, 41,5 – һыу үткәреү, 8,5 километр оҙонлоғонда канализация селтәрҙәре сафҡа индерелде.
Дөйөм алғанда, статистиктар мәғлүмәтәренә ҡарағанда, иҡтисади эшмәкәрлектең “Төҙөлөш” саф төрө буйынса башҡарылған эштәр 2009 йылда 73,5 миллиард һәм күләмендә баһалана — 2008 йылға ҡарата 76,7 процент. Ҙур һәм уртаса ойошмалар тарафынан 30,6 миллиард һумлыҡ эштәр башҡарылған (2008 йыл кимәленең 74,8 проценты).
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика