Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.23
0
92.09
0
60.84
+0.09
-3 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
3 Февраль 2010, 12:04

«Полиэф»тың һаҡ ҡоролмаһы – Башҡортостанда иң яҡшыһы

«Полиэф» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең сәнәғәт һаҡ ҡоролмаһы — А-IV класлы 542-се убежищеһы – 600-ҙән ашыу кеше һыйҙырышлы ҡоролмалар төркөмөндә Волга буйы федераль округында иң яҡшыларҙың береһе тип танылды. Благовещен предприятиеһына икенсе дәрәжә Почет грамотаһы бирелде.
Бынан алдағы этапта – Башҡортостан иҡтисады объекттарында граждандар оборонаһы һаҡ ҡоролмаларының республика смотр-конкурсында – «Полиэф» нығытмаһы иң яҡшыһы тип танылғайны.
Химик хәүефле объекттар территорияһында һаҡ ҡоролмаһы – убежищелар мотлаҡ булырға тейеш. Иң ышаныслы биналарҙың береһе – «Полиэф» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенеке. Ғәҙәттән тыш хәл тыуа ҡалһа, был убежище 900-гә тиклем кешене һыйҙыра ала, йәғни бер смена хеҙмәткәрҙәренең бөтәһен дә.
Автор: Эльвира Латипова
Читайте нас