11:08 (UTC+5), 03 Февраля 2010

Башҡортостанда сусҡасылыҡты үҫтереү программаһы эшләнә

Ғәлиә Нәбиева
Республиканың агросәнәғәт комплексы бөтә төп етештереү күрһәткестәре буйынса Волга буйы федераль округында алдынғы позицияларҙы биләй. Республика етәкселеге яҡлауы арҡаһында һуңғы йылдарҙа мал иҫәбе, һөт һәм ит етештереү һиҙелерлек артты. Төбәгебеҙҙә федераль һәм республика ауылды үҫтереү программалары уңышлы тормошҡа ашырыла. Быйыл БР Ауыл хужалығы министрлығы агросәнәғәт комплексының төрлө тармаҡтарын яҡлауҙың бер нисә программаһын әҙерләй. Өҫтөнлөклө йүнәлештәр иҫәбендә — сусҡасылыҡты үҫтереү. Бөгөн үк был тармаҡта байтаҡ ыңғай үҙгәрештәр күҙәтелә.
—1 ғинуарға бөтә категория хужалыҡтарҙа 595,6 мең баш сусҡа иҫәпләнә. Был былтырғы кимәлдән 2,6 процентҡа күберәк, — тип һөйләне журналистар менән осрашыуҙа БР ауыл хужалығы министры урынбаҫары Рөстәм Зәйнуллин. – Ауыл хужалығы предприятиеларында – 191 мең баш, халыҡтың шәхси хужалыҡтарында – 357,7 мең баш, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында 46,9 мең баш иҫәпләнә. Былтырғы менән сағыштырғанда бөтә төр хужалыҡтар буйынса үҫеш 5 процент тәшкил итә.
Сусҡасылыҡ менән республиканың 44 районындағы ауыл хужалығы предприятиелары шөғөлләнә. Иң күп сусҡалар һаны Стәрлетамаҡ, Бәләбәй, Мәләүез, Илеш, Яңауыл, Дыуан райондарында. Республика аграрийҙары эре аҡ, дюра, ландрас һәм йоркшир тоҡомдарына өҫтөнлөк бирә. Стәрлетамаҡ районының «Рощинский» совхозы дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы, Бәләбәй районының «М.Горький исемендәге тоҡомсолоҡ заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, «БашАгро» тоҡомло сусҡалар үрсетеү һәм һатыу менән шөғөлләнә.
«Максимовка» агросәнәғәт комплексы сусҡаларының тәүге партияһын һатып ебәрҙе. Аҙна һайын ул республиканың эшкәртеү предприятиеларына 600 самаһы сусҡа оҙатасаҡ.
Быйыл «Максимовка» агросәнәғәт комплексының Стәрлетамаҡ һәм Ауырғазы райондарында икенсе сиратын реконструкциялау һәм модернизациялау планлаштырыла. «БашАгро»ның икенсе сираты сафҡа индереләсәк. «Рощинский» совхозы дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы сәнәғәт масштабында ит эшкәртеү менән шөғөлләнәсәк. «Башмелиоводхоз» идаралығы» федераль дәүләт учреждениеһы Хәйбулла районында 12 мең башҡа сусҡасылыҡ комплексы төҙөргә йыйына. Бөтә был саралар республика баҙарын ғына түгел, күрше өлкәләрҙе лә сифатлы сусҡа ите менән тәьмин итергә булышлыҡ итәсәк, был һөҙөмтәлә урындағы етештереүселәргә ярҙам итеүгә һәм ватан баҙарынан сит ил итен ҡыҫырыҡлап сығарыуға килтерәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика