10:59 (UTC+5), 01 Февраля 2010

Өфө электр селтәрҙәре ҙур һорау менән ҡуллана

Эльвира Латипова
2009 йылда «БашРЭС» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә электр селтәренә тоташтырыуҙы һорап 9 626 ғариза бирелгән, шуның нигеҙендә 7 908 килешеү төҙөлгән.
Иң күп заявка Өфө ҡала электр селтәренә килгән. «БашРЭС-УГЭС» технологик тоташтырыуға 2009 йылда 267,5 миллион һумға 2449 килешеү төҙөгән. «БашРЭС»-тың башҡа филиалдарында килешеүҙәр һаны күпкә кәм. БашРЭС-Нефтекама, БашРЭС-Стәрлетамаҡ, БашРЭС-Өфө һәм БашРЭС-Белорет бөтәһе бергә ҡулланыусылар менән 16,7 миллион һумға 5459 килешеү төҙөгән.
Яңы ҡулланыусыларға 84,5 МВт ҡеүәт бүленгән, шуның яртыһынан күберәге Өфөгә тура килә.
«Башкирэнерго» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә әйтеүҙәренсә, ғаризаларҙың күплеге тоташтырыуға тарифтарҙың сағыштырмаса түбән булыуына бәйле. Башҡортостан буйынса электр селтәрҙәренә технологик тоташтырыуға тариф, физик һәм юридик шәхестәр өсөн тоташтырыу ҡеүәте 15 кВт-тан артмағанда, 550 һум кимәлендә билдәләнгән. Ғариза биреүсенең участкаһы менән кәрәкле көсөргәнештәге электр селтәре объекты араһы - ҡалала 300 метрҙан, ауылда 500 метрҙан ашмаған осраҡтарға ҡағыла был.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика