17:41 (UTC+5), 28 Января 2010

«Башҡортостандың бизнес потенциалы» республика форумы 19 февралгә билдәләнгән

19 февралдә Өфөлә, Конгресс-холл бинаһында, “Башҡортостандың бизнес потенциалы” республика форум-күргәҙмәһе үтәсәк. Уны ойоштороусылар – “Берҙәм Рәсәй” бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе ҡатнашлығында Башҡортостан Рееспубликаһы Хөкүмәте, БР Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса дәүләт комитеты, “Рәсәй терәге” дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлеге, БР Эшҡыуарҙар ойошмаһы ассоциацияһы, БР Бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү һәм үҫтереү фонды, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы.
2009 йылда Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына дәүләт ярҙамы сараларын бойомға ашырыуға йомғаҡ яһау һәм 2010 йылда эшҡыуарлыҡты үҫтереү механизмдарын, перспективаларын тикшереү форумдың төп маҡсаты иҫәпләнә.
Ошоға бәйле үтәсәк бәхәстәрҙә дәүләт власының федераль органдары, республика етәкселеге һәм урындағы үҙидара, эшҡыуарҙарҙың йәмәғәт ойошмалары, төбәктең бизнес йәмәғәтселеге һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнаша.
Форум программаһы асыҡлана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика