13:44 (UTC+5), 26 Января 2010

Көрсөккә ҡаршы саралар 155 миллиард һум күләмендә баһаланды

Эльвира Латипова
2009-2010 йылдарға көрсөккә ҡаршы саралар комплекслы программаһы – 2009 йылда Башҡортостан Республикаһы Президенты Мөрәжәғәтнамәһенең төп положениеларын тормошҡа ашырыу буйынса программаһы иҡтисади бүлегенең төп моменты.
Программаның үтәлеше тураһында БР Хөкүмәте ултырышында БР иҡтисади үҫеш министры Евгений Евтушенко һөйләне.
— Көрсөккә ҡаршы программа үҙендә ғәмәлдәге төбәк һәм федераль программалар сараларын, шулай уҡ иҡтисади стимуллаштырыуҙың яңы сараларын берләштерә, - тине Иҡтисади үҫеш министрлығы башлығы. – Был программа сараларын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән средстволарҙың дөйөм күләме, бюджеттан тыш сығанаҡтарҙы ла индереп, 155 миллиард һум тәшкил итәсәк.
Көрсөккә ҡаршы саралар сиктәрендә Хөкүмәт Башҡортостандың Монопрофилле муниципаль берәмектәренең үҫеш концепцияһын раҫланы. Уға ярашлы, бындай биләмәләрҙең дүрт төркөмө айырып күрһәтелде һәм һәр береһе өсөн перспективалы үҫеш сценарийы билдәләнде.
Шулай уҡ көрсөккә ҡаршы сәйәсәт юҫығында республикала дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдарын тотоуға сығымдар оптималләштерелде. Элемтәгә һәм транспорт хеҙмәтләндереүенә сығымдарҙың яңы нормативтары билдәләнде.
— Көрсөктән һуңғы уңышлы үҫеш нигеҙе булараҡ, инвестицион әүҙемлек мәсьәләһе ҙур әһәмиәткә эйә, — тип билдәләне министр. – Рәсәй төбәктәренең инвестицион әүҙемлегенә һуңғы рейтинг һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан Республикаһы төп номинацияла – «Инвестициялар йәлеп итеүсәнлектең юғары кимәле» — туғыҙынсы урын, ә «Инвестициялауҙың минималь иҡтисади хәүефе» номинацияһында ил төбәктәре араһында беренсе урын яуланы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика