11:24 (UTC+5), 25 Января 2010

"Башҡортостан" фирма поезына өс яңы вагон өҫтәлде

Любовь Колоколова
Куйбышев тимер юлы поездары былтыр Тверь вагондар эшләү заводының яңы вагондары менән тулыланды. Уларҙың күбеһе – плацкарт вагондар. 21 вагон фирма поездары составында йөрөйәсәк, шул иҫәптән өс плацкарт вагон — Өфөнән Мәскәүгә һәм кирегә йөрөүсе 39/40-сы "Башкортостан" фирма поезы составында.
Күп пассажирҙар яңы плацкарт вагондарҙың уңайлылыҡ кимәлен баһалап өлгөрҙө лә инде. Бында тимер юл буйлап уңайлы сәйәхәт ҡылыу өсөн барыһы ла уйланылған: һауаны кондициялау системаһы, индивидуаль яҡтыртыу эшләй, өҫкө урындарҙа махсус сикләүҙәр ҡуйылған. Вагондарҙа цифрлы мәғлүмәт таблолары эшләй. Экологик саф туалет комплекстары йыһазландырылған, улар менән поезд китеп барғанда ла, туҡтағанда ла файҙаланырға мөмкин.
Куйбышев тимер юлының йәмәғәтселек менән бәйләнеш хеҙмәте хәбәр итеүенсә, яңы вагондарҙа проводниктарға ла уңайлыраҡ. Мәҫәлән, хәҙер уларҙың купеһы ишеге өс ҡырлы асҡыстар менән түгел, ә магнит карточкаһы менән асыла, был купеға сит кеше инеүҙән яҡшыраҡ һаҡлай. Урын-ер әйберен һаҡлау өсөн урын да ҡаралған.
Тағы бер айырма – Куйбышев тимер юлына килгән бөтә вагондар яңы корпоратив төҫтәргә буялған. Киләсәктә вагон ремонтлау заводтарына киләсәк бөтә вагондарҙың тышҡы йөҙө яңырасаҡ.
Хәҙерге ваҡытта Куйбышев магистраленең фирма составтары тулыһынса тиерлек яңыртылды. Артабан күсмә составты яңыртыу программаһы бөтә пассажир поездары өсөн яңы вагондар һатып алыуҙы күҙ уңында тота. Мәҫәлән, быйыл пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү буйынса Куйбышев төбәк дирекцияһы тағы ла 22 яңы плацкарт вагон килеүен көтә. Улар иң ныҡ талап ителгән пассажир поездарын тулыландырасаҡ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика