05:58 (UTC+5), 22 Января 2010

"Ҡатын-ҡыҙ – йыл директоры" конкурсына Башҡортостандан ете эшҡыуар барасаҡ

Любовь Колоколова
Март башында Мәскәүҙә “Ҡатын-ҡыҙ – йыл директоры” XIII Бөтә Рәсәй конкурсының федераль этабы үтәсәк. Унда Башҡортостандан ноябрҙә Өфөлә үткән төбәк этабында еңеүсе ете эшҡыуар ҡатнашасаҡ.
Республикабыҙҙан конкурсҡа түбәндәгеләр барасаҡ: төп номинация — «Бизнес корифейы»нда еңеүсе «Домовенок» балалар кафеһы селтәре директоры (Өфө) Римма Еникеева; «Неон» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе (Өфө) Наталья Денисова; «РегионОпт» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры (Стәрлетамаҡ) Елена Матвеева; Өфөнән шәхси эшҡыуар Наталья Евдокимова («Каменная россыпь» магазины); «Байрам» һатыу селтәре идара итеүсеһе (Өфө) Светлана Мирғәлиева; ИСТРА Мәғариф мәғлүмәт технологиялары үҙәге директоры (Стәрлетамаҡ) Тамара Кудрейко; «Башсахаювелир» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры, «Йыл меценаты» тип танылған Гөлсөм Ҡорбанова.
— Конкурсанттарыбыҙ илебеҙ баш ҡалаһынан лайыҡлы наградалар килтерер, тип ышанабыҙ, — тине Башҡортостандың Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар ассоциацияһы рәйесе Алла Кузьмина. - Был конкурста беҙ йыл һайын ҡатнашабыҙ. Ассоциация ойошторолғандан алып 17 йыл эсендә 100-ҙән ашыу ҡатын-ҡыҙыбыҙ "Ҡатын-ҡыҙ — йыл директоры" Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты булды, уларҙан 43-ө миҙалға лайыҡ булды, 14 еңеүсебеҙ исемле миҙал алды, өсәүһенә "Рәсәйҙең атҡаҙанған директоры" исеме бирелде.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика