08:47 (UTC+5), 21 Января 2010

«Уралсиб» банкы идараһы рәйесе итеп Илдар Мөслимов тәғәйенләнде

Эльвира Латипова
«Уралсиб» банкы идараһы рәйесе итеп элек идара рәйесе урынбаҫары вазифаһын биләгән Илдар Мөслимов тәғәйенләнде. Тәғәйенләү РФ Үҙәк банкында килешеү үтте һәм «Уралсиб» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Күҙәтеү советы ҡарары менән раҫланды.
Идара рәйесе урынбаҫары вазифаһында Илдар Мөслимов банктың корпоратив бизнесын етәкләне, ҙур, урта һәм бәләкәй бизнес предприятиелары эшенә етәкселек итте. Банктың төбәк коммуникациялары идаралығында билдәләүҙәренсә, башлыса Илдар Мөслимовтың был төп йүнәлештә күп йылдар уңышлы эшләүе һөҙөмтәһендә «Уралсиб» банкы бәләкәй һәм урта бизнесҡа кредит биреү баҙарында тотороҡло рәүештә икенсе урынды биләй һәм корпоратив клиенттар иҫәбендә ҙур аҡсалата һалыуҙар менән Рәсәйҙең иң ҙур ун банкы иҫәбенә инә.
Үҙәк һәм Көнсығыш Европала финанс институттарын бергә ҡушыу буйынса ун йыллыҡтың иң ҙур килешмәһе – «Уралсиб» берҙәм бренды аҫтында Рәсәйҙең биш банкын берләштереү – Илдар Мөслимовтың туранан-тура әүҙем ҡатнашлығында үтте. Ул «Уралсиб» банкының хәҙерге ваҡытта 420-нән ашыу һатыу нөктәһе булған һәм 3,5 миллиондан ашыу клиентты хеҙмәтләндергән заманса төбәк селтәрен ойоштороуға етәкселек итте.
Яңы вазифала Илдар Мөслимов алдында бизнестың бөтә төп сегменттарында банктың ҡатнашыуын артабан киңәйтеү бурысы тора.
Белешмә.
Илдар Рауил улы Мөслимов 1965 йылдың 27 марттында тыуған. 1991 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. 1993 йылда "БашКредитБанк" банкында (һуңыраҡ «Уралсиб» банкы итеп үҙгәртелә) эшләй башлай, төрлө етәксе вазифалар биләп, 2004 йылда банк идараһы рәйесе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 2006 йылдан корпоратив банк бизнесына етәкселек итеү, төбәк селтәре менән идара итеү, «Уралсиб»тың алыҫтағы үҙәк офисына һәм банк эшмәкәрлегенә юридик етәкселек итеү ҙә Илдар Мөслимовтың бурыстарына инә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика